Недошивин Вениамин Георгиевич

Вениамин Георгиевич Недошивин (1917 йылдың 5 октябре, Ермолаевка1988 йылдың 25 ғинуары, Дүшәмбе) — совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының рота командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

1917 йылдың 5 октябрендә Рәсәй империяһының Ырымбур губернаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Ермолаево ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған[1].

Рус. Ермолаево ауыл хужалығы техникумын тамамлап, зоотехник булып эшләй.

1938 йылда Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе район хәрби комиссариаты тарафынан СССР Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыла. 19381942 йылдарҙа СССР НКВД-һы ғәскәрҙәренең 13-сө мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. 19391940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша[2].

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1942 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай. Шул уҡ йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Батырлығы

Бүләкләү ҡағыҙынан: «92-се уҡсылар полкының автоматсылар ротаһы (201-се уҡсылар дивизияһы, 42-се армия, Ленинград фронты) командиры лейтенант Вениамин Недошивин 1944 йылдың 25 ғинуарындағы һуғышта яугирҙар менән беренселәрҙән булып Ижора йылғаһын кисеүҙән аша сыға һәм башҡа подразделениелар менән ҡапыл һөжүм итеп, дошманды Ленинград өлкәһе Гатчина районының Руссолово ауылынан бәреп сығара. Дошмандың ике взводы тиерлек юҡ ителә, тягачтар менән алты ҡорал, боеприпастар менән алты автомашина юҡ ителә. 1944 йылдың 27 ғинуарында Гатчина ҡалаһы эргәһендә лейтенант Недошивин В. Г. етәкселегендәге взвод Пижма ауылына ала, әммә ҡамауҙа ҡала. Ҡулса оборонаһын биләп, яугирҙарҙы еңеүгә дәртләндереп, ике тапҡыр яраланған офицер сафта ҡала һәм ярҙам килгәнгә тиклем дошман һөжүмен кире ҡаға»[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 5 октябрҙәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы өсөн лейтенант Недошивин Вениамин Григориевичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4503) тапшырыла[3].

Юғары исемгә күрһәтеү документынан: «…Алышта шәхси батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә, үҙен Тыуған илдең ысын патриоты, үҙ эшенең оҫтаһы итеп күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышының башынан алып 11 тапҡыр яралана, барлығы 42 яра ала».

1944 йылдан яралары буйынса запасҡа сығарыла. Ошо уҡ йылда В. Г. Недошивин оператив-разведка эштәре тәжрибәһе менән СССР НКГБ-һының Юғары мәктәбенә ҡабул ителә. Ошо ваҡыттан алып — Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) һәм Эске эштәр министрлығы (ЭЭМ) органдарында.

Уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң, 1945 йылдың июлендә Украина НКГБ-һының Львов өлкәһе буйынса идаралығының оперуполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. Ике йыл эсендә бүлексә начальнигы урынбаҫары була.

1947 йылда БАССР Дәүләт именлеге министрлығы ҡарамағына ебәрелә. Маҡар районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Петровский ауылында МГБ-ның Маҡар район бүлексәһен етәкләй. Ике йыл эшләгәндән һуң, үрләтелә — МГБ-ның Стәрлетамаҡ район бүлеге начальнигы була[4].

1961 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбен тамамлай. 1963 йылдан эске хеҙмәт подполковнигы В. Г. Недошивин — отставкала. Тажик ССР-ының баш ҡалаһы Дүшәмбелә йәшәй, шунда 1988 йылдың 25 ғинуарында 71-се йәшендә вафат була[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Вениамин Георгиевич Недошивиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 37-се мәктәбе муниципаль автономлы дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелгән[5];
  • Өфө ҡалаһындағы бер урамға подполковник В. Г. Недошивин исеме бирелгән[6].
  • Көйөргәҙе районы Айсыуаҡ ауылындағы урамға, Ермолаевка ауылындағы 1‑се урта мәктәпкә Герой исеме бирелгән, Дан аллеяһында һәйкәл ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Недошивин Вениамин Георгиевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Недошивин Вениамин Георгиевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026.
  3. Недошивин Вениамин Георгиевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
  4. kumertime.ru/2016/05/v-chas-velikih-ispytanij/
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
  6. https://mkset.ru/news/city/15-11-2017/v-ufe-poyavilas-ulitsa-v-chest-byvshego-ministra-mvd-bashkirii В Уфе появилась улица в честь бывшего министра МВД Башкирии

Тема буйынса өҫтәмә