Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы
Светлана Роберт ҡыҙы Арғынбаева (рус. Светлана Робертовна Аргинбаева; 1966 йылдың 8 ғинуары, Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — совет, Рәсәй опера йырсыһы (меццо сопрано). 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003). Опера йырсыларының Дж. Виотти исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Верчелли ҡалаһы, Италия, 1994), шулай уҡ күп кенә халыҡ-ара конкурстар дипломанты.
Биографияһы
1966 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башкортостан Республикаһы) Сибай ҡалаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын (1987), Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1993) тамамлаған. 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры солисы.
Ижады
Төп партиялар: Розина («Севилья цирюльнигы», Дж. Россини, дебют, 1994), З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев опера» операһында — Көнбикә, «Шәүрә» операһында — Яубикә, Кармен («Кармен», Ж.Бизе), һ. б. 1994—1997 йылдарҙа Озимо ҡалаһында (Италия) Опера сәнғәте академияһында, 2000 йылда Дж. Россини ис. опера академияһында (Пезаро ҡ., Италия) стажировка үтә. Репертуарында сит ил, үҙ илебеҙ композиторҙары операларынан ариялар, башҡорт халыҡ йырҙары. «Лисео» (Барселона, Испания), «Перес Гальдос» (Лас-Пальмас ҡ., Испания), «Россини» (Пезаро) театрҙарында йырлай[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003);
- Опера йырсыларының Дж. Виотти исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Верчелли, Италия, 1994);
- С. Я. Лемешев исемендәге халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы дипломанты (Тверь, 1992);
- Ф. Виньяса исемендәге вокалистар конкурсы дипломанты (Барселона, Испания, 1993);
- Л. Вольпи исемендәге опера йырсылары конкурсы дипломанты (Латина, Италия, 1995)[1] .
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Г. Л. Галимова. Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.
Һылтанмалар
- Г. Л. Галимова. Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Светлана Аргинбаева
- Аргинбаева