Покровка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)
Покровка ауыл Советы — Стәрлетамаҡ районы составындағы административ-территориаль берәмек һәмауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлә.Почта индексы — 453156. ОКАТО коды — 80249872000. ИФНС коды — 0242. Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 16 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законына ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә була[1].
Ҡуғанаҡ ауыл Советы менән берләштерелә.
Ауыл Советы составында
Тарихы
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законында түбәндәге юлдар бар[2]:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
40) Стәрлетамаҡ районы буйынса:
б) «Ҡуғанаҡ» атамаһын һаҡлап, Ҡуғанаҡ һәм Покровка ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Оло Ҡуғанаҡ ауылында урынлаштырырға.Покровка ауыл Советының Берёзовка, Егәнтамаҡ ауылдарын, Хрипунов утарын Ҡуғанаҡ ауыл Советы территорияһы составына индерергә.
Ҡуғанаҡ ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Покровка ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;
Йылғаһы
- Мәҡәле йылғаһы.
Географик урыны
2008 йылға Ғафури һәм Ауырғазы райондары, Ҡуғанаҡ ауыл Советы, Подлесный ауыл Советы, Талалаевка ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш була (Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законы)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 № 211-з, от 21.06.2006 № 329-з, от 29.12.2006 № 404-з)
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»