Золотоношка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)
Золотоношка ауыл Советы — Стәрлетамаҡ районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлә. Почта индексы — 453143 . ОКАТО коды — 80249834000. ИФНС коды — 0242. Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы 2004 йылдың 16 декабренәнауыл биләмәһе статусына эйә[1].
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 19 октябрендәге 6-2/438-се һанлы «Стәрлетамаҡ районында Золотоношка ауыл Советын булдырыу тураһындағы» Указында түбәндәге юлдар бар[2]:
1. Стәрлетамаҡ районында Золотоношка ауыл Советын булдырырға, административ үҙәген Золотоношка ауылында урынлаштырырға.
2. Золотоношка ауыл Советы составына Золотоношка ауылын индерергә, был ауылды Түрешле ауыл Советы составынан сығарырға.
3. Золотоношка һәм Түрешле ауыл Советтарының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын бнерләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законда түбәндәге юлдар бар[3]:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:40) Стәрлетамаҡ районы буйынса:
е) «Түрешле» атамаһын һаҡлап, Түрешле һәм Золотоношка ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Түрешле ауылында урынлаштырырға.Золотоношка ауыл Советының Золотоношка ауылын Түрешле ауыл Советы составына индерергә.
Түрешле ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Золотоношка ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;
Халҡы
Ауыл советы составында
Золотоношка ауыл Советы: Золотоношка ауылы — административ үҙәк (приложение 44з);
Автомобиль юлдары
- Түрешле — Золотоношка.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ Указ Президиума ВС РБ от 19.10.1992 № 6-2/438 "Об образовании Золотоношского сельсовета в Стерлитамакском районе"
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..