Зубов ауыл Советы (Өфө районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Зубов ауыл Советы
Административ-территориаль берәмек Өфө районы
Административ үҙәк Зубов[1]
Халыҡ һаны
Дәүләт

Зубов ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль берәмеге.

Административ үҙәге — Зубов ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1960 йылдың 23 мартында, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ҡарары нигеҙендә, Чесноковка һәм Осоргин ауыл Советтары Зубов ауыл Советына берләштерелә. Административ үҙәге Зубов ауылында урынлаша. Зубов ауыл Советы рәйесе итеп Градобоев Федор Тихонович тәғәйенләнә.


1966 йылдың 6 июнендә Өфө район советы башҡарма комитеты ултырышында Таптыково, Осоргин, Дебовка, Преображеновка, Глумилин, Лекаревка, Ҡыпсаҡ тораҡ пункттарын Зубов ауыл Советы составынан сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.


1992 йылдың 11 мартында БАССР-ҙың Өфө районы халыҡ депутаттарының Зубов ауыл Советы сессияһы ҡарары нигеҙендә, Зубов ауыл Советы бүленә һәм Чесноковка ауыл Советы төҙөлә.


2002 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһы Өфө районы Зубов ауыл Советы хакимиәте Башҡортостан Республикаһы Өфө районы Зубов ауыл Советы муниципаль берәмегенә үҙгәртелә.

2006 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһы Өфө районы Зубов ауыл Советы муниципаль берәмеге Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Өфө районы Зубов ауыл Советы ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә.

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Закон»ға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[3][4][5].

Зубов ауыл Советы Рәйестәре

1961—1967 йылдарҙа Кабаков Ульян Федорович.

1967—1973 йылдарҙа Емельянов Анатолий Иванович һәм Шабрина Валентина Александровна.

1973—1977 йылдарҙа Михайлов Валентин Степанович.

1977—1988 йылдарҙа Ғәйнетдинов Ғиләжетдин Мөхитдин улы.

1988 йылдарҙа Гордеев Николай Иванович.

1992 йылдың апреленән Гордеев Николай Иванович Зубов ауыл Советы хакимиәте башлығы була.

2000 йылдың 20 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Өфө районы Зубов ауыл Советы сессияһы ҡарары нигеҙендә, Хәбибуллин Радик Рәшит улы Башҡортостан Республикаһы Өфө районы Зубов ауыл Советы хакимиәте башлығы була.

2007 йылдың 19 мартында Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Өфө районы Зубов ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Моталов Рим Мөхәмәт улы һайлана.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[7]2012[8]2013[9]2014[10]2015[11]
3733451749885272558861006578

Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тораҡ пунктыТораҡ пункты тибыХалҡы
1Зубовауыл, административ үҙәк2042[7]
2Нижегородкаауыл2541[7]
3Лебяжийауыл290[7]
4Березовкаауыл115[7]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

www.zubovo-ufa.ru/selskoe-poselenie/istoricheskaya-spravka.html История развития и преобразования Зубовского сельсовета

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 20.07.2005 № 211-з
  4. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 21.06.2006 № 329-з
  5. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 29.12.2006 № 404-з
  6. 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  10. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.