Толкачёв Константин Борисович

Константин Борисович Толкачёв (1953 йылдың 1 марты, Новокузнецк, Кемерово өлкәһе, РСФСР, СССР2026 йылдың 4 майы, Мәскәү, Рәсәй) — дәүләт эшмәкәре, юрист-хоҡуҡ белгесе. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының 2—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты һәм Рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе Секретарының беренсе урынбаҫары[1]. Юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2000). Эске эштәр хеҙмәтенең отставкалағы генерал-майоры (1998).

Биографияһы

Константин Борисович Толкачёв 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Сталинск (хәҙерге Новокузнецк) ҡалаһында тыуа[2].

Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торба йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971—1973 йылдарҙа саҡырыу буйынса Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1977 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, һуңынан ошо уҡ министрлыҡтың Академияһын тамамлай (1984).

1977—1996 йылда СССР һәм Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлыҡтары системаһында етәксе вазифалар биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм ошо вазифала 2003 йылға тиклем эшләй[2].

1999—2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында конституция закондарын сығарыу комитеты ағзаһы. Европаның урындағы һәм төбәк властары конгресы Төбәктәр палатаһында Рәсәй Федерацияһы вәкиле урынбаҫары. Рәсәй Федерациһы Закондар сығарыусылар советының ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы була[2].

2026 йылдың 4 майында 74-се йәшендә оҙайлы яман шеш ауырыуынан һәм операциянан һуң өҙлөгөүҙән вафат була[3][4].

Ғилми эшмәкәрлеге

Ғилми эшмәкәрлеге һәм тикшеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡ, конституцион хоҡуҡ һәм кеше хоҡуҡтарының дөйөм теорияһы проблемаларына бәйле[2]. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Рәсәй Федерацияһы Юридик фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән[5].

Ҡыҙыҡһыныуҙары

Константин Толкачёв балыҡ тотоу һәм йылғаларҙа кәмәлә ағып төшөү менән мауыға[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Толкачёв Константин Борисович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025.
  2. 1 2 3 4 Р. Р. Өмөтбаев. Толкачёв Константин Борисович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025.
  3. Семен Зимин. Умер Константин Толкачев, председатель Госсобрания Башкирии. Сайт «Комсомольской правды». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 май 2026.
  4. Умер председатель Госсобрания Башкирии Константин Толкачев. Коммерсантъ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 май 2026.
  5. 1 2 Председатель Госсобрания – Курултая РБ Константин Толкачев. Досье. Аргументы и Факты ufa.aif.ru (28 сентябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
  6. Лейла Аралбаева. Владимир Путин наградил председателя парламента Башкирии. ИА «Башинформ» (17 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
  7. Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров поздравил депутатов с 30-летием Госсобрания Башкирии. ИА «Башинформ» (21 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
  8. Путин подписал указ о награждении Константина Толкачева орденом Александра Невского. ИА «Башинформ» (14 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
  9. Роман Якимчук. Председателя Госсобрания Башкирии наградили Почётной грамотой Президента России. ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
  10. Пресс-служба Главы Республики Башкортостан. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан (29 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
  11. Пресс-служба Главы Республики Башкортостан. Список награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан и лауреатов Государственных премий РБ в области науки и техники за 2015 год. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан (29 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар