Хөсәйенов Салауат Сәхи улы

Салауат Сәхи улы Хөсәйенов (рус. Салават Сахиевич Хусаинов; 1964 йылдың 10 марты, Елдәр, Башҡорт АССР-ы) — инженер-механик, Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 6-сы (2018—2023) һәм 7-се (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2026 йылдың 13 майынан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе вазифаһын башҡарыусы[1]. Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең[2] һәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2025)[3].

Биография

1964 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Миәкә районы Елдәр ауылында тыуған[4].

1982—1987 йылдарҙа — Мәскәү технология институтының Өфө филиалында уҡый һәм был юғары уҡыу йортон «еңел сәнәғәт машиналары һәм аппараттары» квалификацияһы (рус.)баш. буйынса «инженер-механик» һөнәре алып тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1986 йылда тыуған районының «Октябрҙең 60 йыллығы» колхозында инженер-механик башлай. Артабан саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була һәм үҙ хужалығында эшен дауам итә[5].

1990—2002 йылдарҙа Өфөнөң торлаҡ-коммуналь комплексы (рус.)баш. предприятиеларында эшләй. Артабан 2005 йылдың авгусына тиклем «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Өфөгаз» филиалында төрлө вазифалар биләй[5].

2005—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары була[4]. 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Муниципаль берәмектәрҙә көрсөккә ҡаршы идара итеү» программаһы буйынса белемен камиллаштыра[6].

2012—2013 йылдарҙа — Өфө ҡала хакимиәтенең Ер ресурстары идаралығы начальнигы[2].

2013 йылдың 29 ғинуарында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнә[6].

2014 йылдың авгусынан — Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары[4][7].

2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының 6-сы һәм 2023 йылдан — 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 14-се Новиковка бер мандатлы һайлау округынан һайлана. 6-сы саҡырылышта Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе була. 2023 йылдан — 10-сы бер мандатлы Үҙәк һайлау округынан 7-се саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Парламентта «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы фракцияһын етәкләй һәм Рәйес урынбаҫары итеп һайлана[2][4].

2026 йылдың 13 майында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[1][8].

Йәмғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһының «Атайсал» — «Малая Родина» проектында ҡатнашыусы[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы;
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены;
  • Салауат Юлаев ордены (2024)[10];
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы;
  • Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре;
  • Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре;
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2025)[3].

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике ҡыҙ үҫтерә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Депутаты приняли постановление об исполняющем обязанности Председателя Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал) (13 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Хусаинов Салават Сахиевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (рус.)
  3. 1 2 Альфия Аглиуллина. Глава Башкирии присвоил госслужащим республики высокие звания. Информационное агентство «Башинформ» (21 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (рус.)
  4. 1 2 3 4 Лица Партии Хусаинов Салават Сахиевич. Партия «Единая Россия». Федеральный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (рус.)
  5. 1 2 Альфия Аглиуллина. Фракцию партии «Единая Россия» в новом составе Госсобрания Башкирии возглавит Салават Хусаинов. Информационное агентство «Башинформ» (25 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (рус.)
  6. 1 2 Хусаинов Салават Сахиевич. Единый республиканский бизнес-портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (рус.)
  7. Ветераны поздравляют Салавата Сахиевича Хусаинова с назначением на пост первого заместителя главы Администрации г. Уфы. Газета ветеранского и патриотического движения Башкортостана «Боевая Высота» (26 август 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (рус.)
  8. Иван Вавилов. В Башкирии назначили и.о. председателя Госсобрания — Курултая. Информационное агентство «Башинформ» (13 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026. (рус.)
  9. Хусаинов Салават Сахиевич. Проекты участника: Родники Тукмак-чишма и Бэлекей-елга башы. Портал «Атайсал» — «Малая Родина». Добрые дела для родного края!. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (рус.)
  10. Ляйсан Закирова. Депутат Курултая Башкирии Салават Хусаинов награжден орденом Салавата Юлаева. Информационное агентство «Башинформ» (11 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (рус.)

Һылтанмалар