Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы

Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (22 март 1911 йыл — 18 июнь 1989 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1958—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 2‑се, 4—8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1950). Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Ғилман Вилдан улы Ниғмәтйәнов 1911 йылдың 22 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Архангел районы Туҡмаҡлы ауылында тыуған. 1938 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Хеҙмәт юлын 1935 йылда Куйбышев план-иҡтисад институтын тамамлағандан һуң башлай. 1938 йылға тиклем БАССР Дәүләт план комитетының төркөм, планлаштырыу секторы башлығы булып эшләй.

1938—1942 йылдарҙа БАССР Дәүләт план комитетының рәйес урынбаҫары, рәйес вазифаларын атҡара.

1942—1946 йылдарҙа БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе урынбаҫары булып эшләй.

1946—1950 йылдарҙа — БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе.

1950—1952 йылдарҙа Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1952—1958 йылдарҙа — БАССР Дәүләт план комитетының рәйесе. 1958 йылда БАССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары вазифаһына күсерелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Өҫтәлмә мәғлүмәт

Сығанаҡтар

  • Романов В. Видные руководители Башкортостана: Гильман Нигмаджанов (К 105-летию со дня рождения государственного и общественного деятеля). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 март[2].