Брянцева Людмила Ивановна
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 26 июнь 1946 |
Вафат булған көнө | 9 июнь 2012 (65 йәш) |
Һөнәр төрө | учёная, фольклористка |
Тыуған урыны | |
Вафат булған урыны |
Брянцева Людмила Ивановна (26.06.1946-9.06.2012) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты (1984)[1].
Биографияһы
Людмила Ивановна Брянцева 1946 йылдың 26 июнендә, Тажик ССР-ы баш ҡалаһы Дүшәнбелә тыуған.
1968 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Һәм 2008 йылға тиклем тыуған уҡыу йортонда хеҙмәт итә.
Фәнни эшмәкәрлеген урыҫ халҡының йыр фольклорын өйрәнеүгә бағышлай.
«Башҡортостандың Архангел районындағы урыҫ йыр традицияһы» йыйынтығының (2006) йыр текстары һәм нота эшкәртмәләре авторы.
1997—2006 йылдарҙа Рәсәй халыҡтары фольклоры буйынса йыйынтыҡ әҙерләүҙә әүҙем эшләгән яуаплы мөхәррир була.
Башҡортостан радиоһында урыҫ фольклорына арналған «Малахит ҡумта» тип аталған махсус тапшырыуҙар циклын әҙерләү авторҙашы булып сығыш яһай.
«Таусень» урыҫ халыҡ фольклор ансамбленең ғилми консультанты[2].
Таусень тигән һүҙ славян телендә «яҙға саҡлы ҡояш менән хушлашыу» тигәнде аңлата.
Мәжүси йолала таусень ҡышҡы ҡояш торошона, мәсихселәр йолаһы буйынса, таусень Христос Раштыуаһына тура килә.
2012 йылдың 9 июнендә Төркиәлә Анталья ҡалаһында вафат булған[3].
Хеҙмәттәре
Брянцева Людмила Ивановна 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Песни из «Собрания…» Чулкова в современном бытовании (на примере архаической традиции Архангельского района Башкортостана). Уфа, 2006.
«Русская песенная традиция Архангельского района Башкортостана» (2006)
«Фольклор народов России» йыйынтығының (1997—2006) яуаплы мәхәррире[4]