Саевич Тимофей Александрович
Тимофей Александрович Сае́вич (1919 йылдың 23 феврале, Сухополь ауылы, Өфө губернаһы — 2003 йылдың 26 ноябре, Санкт-Петербург) — хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, осоусы, разведка авиация полкының звено командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Сае́вич Тимофей Александрович 1919 йылдың 23 февралендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Сухопольский ҡасабаһында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
Белорус. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптең 9 синыфын тамамлаған.
1936 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, Энгельс хәрби авиация пилоттар (рус.)баш. мәктәбенә ебәрелә. Тимофейҙың атаһы 1938 йылда «халыҡ дошманы» тип ҡулға алына. Улы атаһынан баш тартмай, шуға күрә 1938 йылда училищенан ҡыуыла һәм өйөнә ҡайта.
1938—1940 йылдарҙа Өфө пионерҙар йортонда, аҙаҡ — Луначарский исемендәге баҡсала (хәҙерге С. Т. Аксаков исемендәге баҡса) физкультура инструкторы булып эшләй[2].
Атаһының ғәйепһеҙлегенә ышанып, Тимофей уның эшен асыҡлау үтенесе менән К. Е. Ворошиловҡа хат яҙа. 1940 йылда ыңғай яуап килә һәм училищеға кире алына, һуғышты бында ҡаршылай.
1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай, армияла — 1943 йылдың мартынан. 11-се айырым разведка авиацияһы полкында һуғыша, Пе-2 фоторазведчик-самолётында оса.
Өлкән лейтенант Саевич Пе-2 самолёты менән идара итеү техникаһын яҡшы белә, бер двигателе генә эшләгән самолётында өс тапҡыр дошман баҫып алған биләмәләрҙән имен ҡайта.
1943 йылдың 9 сентябрендә кесе лейтенант Саевичтың Пе-2 экипажы Рибшево — Духовщина — Ярцево маршруты буйынса Калинин һәм Көнбайыш фронты алдында дошмандың оборонаһын асыҡлау бурысы менән рейстар башҡара. Истребителдәр менән һауа һуғышында самолет яндырыла, атыусы һәләк була, экипаж парашюттарҙа ҡотола. Штурман И. Е. Русанов дүрт көндән һуң полкка әйләнеп ҡайта. Ә янған һәм аңын юғалтҡан (парашют яна һәм ер өҫтөнә төшөү ҡаты була) лётчик Саевич әсирлеккә эләгә.
Смоленск лагерында генерал Власовтың Рус Азатлыҡ Армияһында хеҙмәткә саҡырыуынан баш тарта. Ҡаланы азат итеү алдынан ҡаса, Көнбайыш фронт ғәскәрҙәре Смоленск ҡалаһына ингәнгә тиклем йылылыҡ трассаларында йәшеренеп тора. Тикшереүҙәрҙән һуң полкка кире ҡайта.
Штурман Русанов менән осоуын дауам итә. дауам 11-се айырым разведка авиацияһы полкының звено командиры (3-сө һауа армияһы, 1-се Балтик буйы фронты) капитан Саевич 1944 йылдың сентябренә разведкаға һәм дошмандың ғәскәре тупланған урынын бомбаға (рус.)баш. тотоу өсөн 157 хәрби осош яһай.
Һуғыштан һуң ҡыйыу лётчик СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1949 йылда Саевич офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай. 1957—1960 йылдарҙа — 22-се Һауа армияһының 108-се айырым разведка авиацияһы полкы командиры[3].
1964 йылдан полковник Т. А. Саевич — запаста, ә һуңынан отставкала[4].
Ленинград ҡалаһында йәшәй. Ленинград аэропортында эшләй, унда «Аэрофлот отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.
2003 йылдың 23 ноябрендә вафат була[2]. Санкт-Петербург ҡалаһының Волков православие зыяратында ерләнә[5].
Батырлығы
«Полкта булған осоронда ул разведкаға һәм дошмандың техникаһын һәм ғәскәрен фотоға төшөрөү өсөн 157 хәрби осош яһай. Хәрби заданиеларҙы үтәгән ваҡытта самолеты 36 тапҡыр зенит артиллерияһының көслө утына тотола, 15 тапҡыр дошман истребителдары (рус.)баш. уны эҙәрлекләй, шул уҡ ваҡытта 7 оборона һауа һуғышы үткәрә. Әммә экипаждың берҙәм эше һәм лётчиктарҙың оҫта алымдар ҡулланыуы арҡаһында экипаж һәр ваҡыт истребителдарҙан китә һәм разведка буйынса бурыстарҙы уңышлы үтәй.
Разведка ыңғайында ул 39 тапҡыр дошмандың ғәскәре һәм техникаһы тупланған урынды бомбаға тота һәм бер нисә тапҡыр уның тере көстәрен һәм техникаһын түбән осоуында штурмлай.
Полкта хәрби эше осоронда уның тарафынан визуаль һәм фотоға төшөрөү менән раҫланып 160 эре тораҡ пункт асыҡлана — дошман ғәскәрен һәм техникаһын тупланған урындары, 80 тимер юл станциялары һәм үҙәктәре, дошмандың зенит артиллерияһы һәм истребителе ҡапланған 45 аэродром һәм ултыртыу майҙансығы».
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендә Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Саевич Тимофей Александровичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4181) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[6].
1945 йылдың майына лётчиктың иҫәбендә 186 хәрби осош була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945)
- Ленин ордены (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4181)
- ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943, 1944)[6]
- ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943, 1985)[6]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[6]
- миҙалдар [6]
- Башҡортостан Республикаһы Архангел районының почётлы гражданы[7].
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Тимофей Александрович Саевичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль (рус.)баш. районы Максим Горький ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[8][9];
- Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Валентиновка ауылындағы урта мәктәп бинаһы стенаһына Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Сухополь ауылы
- ↑ 1 2 3 4 Саевич Тимофей Александрович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 3: Р — Я. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2011. С. 320—384 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0127-8 (т. 3).
- ↑ Н. В. Уфаркин. Саевич Тимофей Александрович. Патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Надгробный памятник на Волковском кладбище Санкт-Петербурга.
- ↑ 1 2 3 4 5 Саевич Тимофей Александрович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Почетные граждане → Саевич Тимофей Александрович. Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Саевич Тимофей Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026)
- Патриотический интернет проект «Герои Страны». Саевич Тимофей Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Саевич Тимофей Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026)
- Общественный проект «Герои Отечества» Приволжского федерального округа. Саевич Тимофей Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026)
- Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане → Саевич Тимофей Александрович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026)