Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы
Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы (Шәүлиә Алкинская) | |
---|---|
Тыуған көнө | 16 май 1946 йыл |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы Учалы районы Ахун ауылы) |
Гражданлығы | СССР → Рәсәй Федерацияһы |
Эшмәкәрлеге | яҙыусы, шағир, журналист |
Наградалары һәм премиялары |
Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы (ижади псевдонимы Шәүлиә Алкинская; 16 май 1946 йыл) — уҡытыусы, яҙыусы, шағир һәм журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Мөхәммәт Хәйҙәров (2005) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2006) премиялар лауреаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахун ауылында 1946 йылдың 16 майында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Исеменең үҙ тарихы бар. «Шәүлиә» исеме «шаүле» (Šiaulē) литва һүҙенән алынған — ҡояш мәғәнәһендә. Шәүлиәнең атаһы Литваны азат итеүҙә ҡатнаша, ҡамауға эләгә, шул саҡта, тере ҡайтһам, ҡыҙыма Шяуляй ҡалаһы исеменә оҡшаш исем ҡушам тип, үҙ-үҙенә һүҙ бирә[1].
1984 йылдың йәйендә Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙына шәхси саҡырыу буйынса Литваға немец-фашист илбаҫарҙарынан Шяйляү ҡалаһын азат итеүгә арналаған тантанаға барып ҡайтыу бәхете тейә. Күрһәтелгән документаль фильмдағы бер кадрҙа атакаға күтәрелгән атаһын күреү мәңгегә Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙының иҫендә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып ҡала[2].
1963 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Артабан ғүмеренең 25 йылын уҡытыу эшенә бағышлай, Күмертау ҡалаһында башта Ю. А. Гагарин исемендәге интернат-мәктәптә, һуңынан Күмертау педагогия училищеһында эшләй. Күмертау ҡалаһында 20 йылдан ашыу йәшәгәндән һуң ғаилә сәбәптәре арҡаһында тыуған яҡтарына, Учалыға, ҡайта.
Учалы ҡалаһында район гәзите редакцияһында — бүлек мөдире, артабан урындағы яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе булып эшләй. 1997 йылдан алып — ирекле ижадсы[3].
Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы — көслө рухлы, һәр нәмәне йөрәге аша кисереүсе, әүҙем тормош алып барыусы шәхес. Әҫәрҙәренең төп тематикаһы: кешелеклелек, ватансылыҡ, әхлаҡлылыҡ. Алты китап авторы (шиғриәт, проза). Әҙәбиәт донъяһында Шәүлиә Алкинская исеме аҫтында билдәле.
Китаптары[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ғүмер октавалары», шиғырҙар йыйынтығы, баш. телендә, Өфө, 1996 йыл.
- «Ҡояшлы серенада», хикәйәләр йыйынтығы, баш. телендә, Өфө, 2002 йыл.
- «Барон», балалар өсөн, проза йыйынтығы, рус телендә., Сыуаш китап нәшриәте, 2003 йыл.
- «Йондоҙло рапсодия», шиғырҙар йыйынтығы, на башк. Уфа,2003 йыл.
- «Приключения кота Барона», повесттар йыйынтығы, балалар өсөн, рус телендә, Өфө, 2010 йыл.
- «Алма бабай һабаҡтары», хикәйәләр йыйынтығы, балалар өсөн, баш. телендә, Өфө, 2014 йыл.
Уның тәүге әҫәре 1986 йылда Вильнюста литва телендә сыҡҡан «Салдуве» коллектив йыйынтығында баҫтырылып сыға.
Библиографияһы[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Тәүге шигырзар» — «Башҡортостан кыҙы» журналы, 1968.
- «Канатлы йәштәр» — И.Валитов, «Совет Башкортостаны» гәзите, 1969.
- «Якты көндәр» — Г.Расулева, «Йэшлек» гәзите, 1995.
- «Улькар» — Учалы ҡалы типографияһы, 1996, 2-се һан.
- «Века и тысячелетия» — «Ағиҙел» журналы, 2001, 6-сы һан, 46 бит.
- «Писатель и время» — Өфө, «Чурагул» нәшриәт йорто, 51 бит.
- «Учалы — золотая колыбель»- төҙөүсеһе Р.Шаһиев, Өфө, 2003.
- «Учалинской писательской организации 15 лет», 2006, брошюра, Учалы ҡалаһы.
- «Рухи тамырзар» — «Ағиҙел» журналы, 2006, с.103,110-112.
- «Асылташтар йыйыр сак» — альм., 3 бит, Учалы ҡалы типографияһы, 2006.
- «Писатели земли башкирской». Справочник. Сост. Р. Н. Баимов. Өфө: «Китап».
- «Шагирә, укытыусы, языусы» — М.Ямалетдинов, «Яйык» гәзите, 2006, 112-се һан.
- «Антология поэзии Башкортостана»- Төҙөүсеһе Р. Т. Бикбаев. Өфө: «Китап», 456 бит.
- «Энциклопедия Учалинского района» — Өфө: «Китап», 2009.
- «Эссе, как учебное пособие» — А. Сулейманова, 1996, мәҡәлә. «Серп и молот».
- "Чувство грусти в «Октавах жизни» — Р. Шаһиев, «Серп и молот» гәзите, «Яйыҡ», 1997.
- «Корни внутреннего духа» — З. Әҡбәров, «Ағиҙел» журналы, 5-се һан, 2006.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ватандаш» республика журналы лауреаты — Еңеүҙең 55 йыллығына арналған юл яҙмалары өсөн (2000)
- М. Хәйҙәров исемендәге премия лауреаты (2005)
- Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Почетлы грамотаһы (2011).
- Р. Хисаметдинова исемендәге премияһы лауреаты (2006)
- «Һәнәк» журналы лауреаты — юмористик хикәйәләре өсөн (2014)
Фәнни эҙләнеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Башкирская литература. Истоки и современный этап» монографияһы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.kumertime.ru/2014/12/slovo-o-prepodavatele/ 2017 йылдың 18 июль көнөндә архивланған.
- ↑ https://my.mail.ru/community/family-7/6B6D390F7DCDB056.html
- ↑ http://bp01.ru/authors.php?new=4595(недоступная ссылка)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 https://infourok.ru/urok-prezentaciya-videomaterial-po-tvorchestvu-shaulii-zulkarnaevoy-2169638-part4-page3.htm(недоступная ссылка)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- [1] 2017 йылдың 18 июль көнөндә архивланған. Слово о преподавателе
- [2](недоступная ссылка) Авторы «Бельских Просторов»
- [3] Урок-презентация.