Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы

Роберт Әсғәт улы Яҡшыбаев (рус. Роберт Асгатович Якшибаев; 1952 йылдың 17 майы, Үтәғол, Башҡорт АССР-ы2026 йылдың 26 марты, Өфө) — СССР һәм Рәсәйҙең физик-ғалимы, физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993)[1].

Биографияһы

1952 йылдың 17 майында Башҡорт АССР-ының Абҙан районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Үтәғол ауылында тыуған[2].

1969 йыл — Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Чеботарёв урта мәктәбен, 1974 йылда — Урал дәүләт университетын «Физика» һөнәре буйынса тамамлай. Шул уҡ йылда аспирантураға инә[2].

1978 йылда — кандидатлыҡ, 1992 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта белем биреү дәүләт комитетын етәкләй.

2000—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы мөдире була.

Ғалим 2026 йылдың 26 мартында 74-се йәшендә Өфөлә вафат була[3].

Ғилми эшмәкәрлеге

Р. Ә Яҡшыбаев етәкселегендә 10 кандидатлыҡ, 3 докторлыҡ диссертацияһы яҙыла һәм яҡлана[4]. Уның етәкселегендә Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә абруй менән файҙаланылған үҙенсәлекле фәнни мәктәп булдырылған. Роберт Әсғәт улы хеҙмәттәре даими цитаталанған, Хирш индексы 7-не тәшкил иткән ғалим[4].

180 самаһы ғилми хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре

  • Изучение суперионного фазового перехода в системе CuCr1-xVxS2 рентгенографическим и магнитным методами // Физика твёрдого тела. 2000. Т.42. Вып.8 (соавт.);
  • Электронный переход в интеркалированном диcульфиде CuCrS2 // Там же. 2004. Т.46. Вып.12 (соавт.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атғаҙанған фән эшмәкәре (1999).
  • Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2002).
  • Башҡорт дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры.

Иҫкәрмәләр

  1. Куватов, З. Х. Якшибаев, Роберт Асгатович // Т. 7. Ф—Я / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: ГАУН РБ «Науч.-изд. комплекс „Башкирская энциклопедия“», 2011. — 624 с. — (Башкирская энциклопедия). — 7 тыс. экз. — ISBN 978-5-88185-075-3.
  2. 1 2 З. Х. Куватов. Якшибаев Роберт Асгатович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  3. Лейла Аралбаева. В Уфе ушел из жизни ученый-физик, профессор Роберт Якшибаев. ИА «Башинформ» (27 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026. (рус.)
  4. 1 2 [1] 2018 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар