1-се Башҡорт кантоны (1798 - 1855)
1-се Башҡорт кантоны (1798-1855 йыл) | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пермь губернаһы, Пермь өйәҙе и Уҫы өйәҙе |
Дәүләт |
1-се Башҡорт кантоны (10 апрель, 1798 йыл) — Пермь губернаһының Пермь һәм Уҫы өйәҙҙәрендә ойошторолған административ берәмек[1].
Тарихы
Кантон системаһы тотош мәсьәләләр комплексын, шул иҫәптән башҡорт ихтилалдарын иҫкәртеү, ил сиген нығытыу, крайҙы колониялаштырыу һ.б. мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатынан 1798 йылдың 10 апрелендәге Указ менән индерелә[2]. Кантон идаралығы осоронда, 1795—1855 йылдарҙа, 1-се Башҡорт кантоны составына Пермь губернаһы башҡорттары инә. 1855—1863 йылда улар — 12-се, 1863—1865 йылдарҙа 5-се кантон составында була.
1-се башҡорт кантоны 9 йортҡа (команда) бүленә.
1-се йортҡа Елпачиха, Уймыж, Федорково, Үрге Искилде ауылдары керә.
2-се йортҡа Тонтортамаҡ, Канюково, Ишмән, Искер, Зирмия, Кувья ауылдары ҡарай.
3-сө йортта Күҙемйәр, Сыуашай, Аҡбаш, Ҡудаш, Ишем, Салҡа ауылдары була.
4-се йорт Барҙа, Яңы Бисер, Бәрҙебаш, Мостово, Ҡайынлы (Березниково) ауылдарын үҙ эсенә ала.
5-се йортта Барҙа, Ҡыҙылъяр, Чат, Аҡтыбай ауылдары була.
6-сы йортта — Аҡлыш, Ҡыҙылъяр, Төнгүк, Иҫке Ашап, Шлык, Яңы Чат ауылдары.
7-се йортҡа Солтанай, Сөжән, Батырбай, Искильза ауылдары керә.
8-се йортта — Һарыш, Танып, Шлыково, Яңы Башап, Юғары Башап ауылдары.
9-сы йортта Ҡуян, Ҡолтай ауылдары була[1].
1-се һәм 2-се Башҡорт кантондарында 20-се Башҡорт полкы төҙөлә. 1812 йылдың 30 октябрендә полк Пермь губернаһы Пермь өйәҙенең Ҡуян ауылында йыйылып, Полтава губернаһының Гадяч ҡалаһына, граф, генерал-лейтенант П. А. Толстойҙың ополчение корпусы менән ҡушылыу өсөн юлға сыға. Полк Пенза ополчениеһына командировкалана һәм уның составында 1813 йылдың майында Варшава кенәзлегенә килеп, кенәз, генерал Д. И. Лобанов-Ростовский етәкселегендәге Резерв армияһы составына индерелә. Полктың бер өлөшө әсирҙәрҙе һаҡлай, транспортты оҙатып йөрөй, икенсе өлөшө Резерв армияһының 3-4-се корпустары араһында бәйләнеш булдыра[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Башкиры 1-го и 2-го кантонов в Отечественной войне 1812 года . Ватандаш.
- ↑ Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Анвар Асфандияров. Народы края в Отечественной войне 1812 года. Содружество Литературных проектов «Русское поле». 2007 Выпуск: 9.