Аҡлыш

Аҡлыш (Аҡлуш[2]) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгүк ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204804002.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 10 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.

Ауылдың социаль инфраструктураһына балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, магазин, китапхана, мәҙәниәт йорто керә. Аҡлыш халҡының төп кәсебе — шәхси йорттағы баҡсасылыҡ.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 432 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 192 ир һәм 240 ҡатын[3].

2005 йылда ауылда 470 кеше йәшәгән[4].

Тарихы

Аҡлыш ауылы исеме П.И.Рычковтың 1775 йылда баҫылған «Лексикон или словарь топографический Оренбургской губернии» китабында иҫкә алына[5]. 1834 йылда уҙғарылған VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 84 йортонда 522 кеше, ә 1859 йылда 126 йортта 705 кеше иҫәпләнгән[5]. Аҡлыш ауылында барлыҡ йәшәүселәр ҙә үҙҙәрен ғәйнә ырыуының аҫаба башҡорттары итеп танытҡандар[5].

Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры, 20-се башҡорт полкы яуғиры Ғәбдулла Ғәбдулла улы Савин йәшәгән[5].

1815 йылдан алып ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендә мосолман мәктәбе эшләп килгән, 1868 йылда мәктәптә 50 малай һәм 20 ҡыҙ белем алған[5].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылдың билдәле шәхестәре

  • Савин Ғәбдулла Ғәбдулла улы — 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры, 20-се башҡорт полкы яуғиры;

Климат

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  5. 1 2 3 4 5 6 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар