Юғары Башап

Юғары Башап (Үрге Башап, Башапбаш[2]; рус. Верхний Ашап) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Яңы Башап ауыл биләмәһенә ҡарай.

Почта индексы — 618165, ОКАТО коды — 57204831002.

Ауыл район үҙәге Барҙа ауылынан яҡынса 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ һаны

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 74 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 37 ир һәм 37 ҡатын-ҡыҙ[3].

2005 йылда ауылда 109 кеше йәшәгән[4].

Климаты

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Тарихы

1834 йылда ауылдың 12 йортонда 63 кеше йәшәгән, бөтәһелә башҡорттар булған[5]. 1859 йылда йорттар һаны үҙгәрмәһәлә, ауылда йәшәүселәр һаны 88 кешегә еткән[5].
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  5. 1 2 3 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар