Аҡбаш (Барҙы районы)

Аҡбаш (Әмжебаш[2]) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Фиҙеркә ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618157, ОКАТО коды — 57204843004.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 540 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 264 ир һәм 276 ҡатын[3]. 2005 йылда ауылда 633 кеше йәшәгән[4].

Тарихы

Рәсәйҙең архив сығанаҡтарында Аҡбаш ауылы тәүге тапҡыр 1780 йылда иҫкә алынған[5]. Тап шул йылда ауылда йәшәүсе Петр Аҡбашев Аҡбаш баҡыр рудниғын аса[5].
1816 йылда үткәрелгән ревизия ауылдың 40 йортонда 100 ир һәм 88 ҡатын-ҡыҙ теркәгән[5]. 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 64 йортонда 145 ир һәм 169 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе тураһында билдәле[5]. 1859 йылда үткәрелгән ревизия ауылдың 84 йортонда 266 ир һәм 240 ҡатын-ҡыҙҙы теркәгән[5].
Тарихи сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылдың хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. XIX быуатта ауылда ике тирмән булған[5].
1842 йылда ауылда йәшәүселәрҙең мөлкәтендә 89 ат, 139 һыйыр, 57 һарыҡ, 20 кәзә һәм 73 умарта иҫәпләнгән[5].
Ауылда мәсет һәм уның эргәһендә мосолман мәктәбе эшләп килгән[5].
Ауылда йәшәүсе Хәбибулла Аҡбашев (Хабибулла Акбашев) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал менән бүләкләнгән[5]
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылдың билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. № 72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  5. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар