Батырбай
Батырбай — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Брюзли ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618162, ОКАТО коды — 57204816002.
Ауыл район үҙәге Барҙа ауылынан яҡынса 14 км көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Халыҡ һаны
Тарихы
Батырбай ауылын 1814 йылда Удик (Елпачиха), Мостовая, Ҡыҙылъяр, Аҡлыш, Барҙа, Ишим, Усть-Тунтор, Чалково исемле башҡорт ауылдарынан сығыусылар ниғеҙләгән[4]. 1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ул ваҡытта ауылда Елпачиха ауылынан күсеп килеүсе һәм 20 кешенән торған 4 ғаилә иҫәпкә алынған[4]. 1834 йылда Батырбайҙа 176, ә 1859 йылда 247 башҡорт йәшәгән[4]. Ауылда керҙәштәр булмаған[4].
1834 йылда ауылда йәшәүсе 176 кеше 40 ат, 100 һыйыр, 50 һарыҡ, 10 кәзә аҫраған, 15 күс бал ҡорто тотҡан[4].
Батырбай ауылында йәмиғ мәсете һәм уның эргәһендәге мосолман мәктәбе булған[4].
Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Батырбаево по VIII ревизии 1834 г.
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.