Ишем (Пермь крайы)

Ишем (Түбәнауыл, Төбәнауыл, Баҡсауыл[2]; рус. Ишимово) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Березники ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618153, ОКАТО коды — 57204810002.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 455 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 210 ир һәм 245 ҡатын[3]. 2005 йылда ауылда 510 кеше йәшәгән[4].

Тарихы

Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров ауыл III (1762 й.) һәм IV (1783 й.) ревизиялар араһында барлыҡҡа килгән тип фаразлай[5].

Ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылдың 59 йортонда 173 ир һәм 178 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1834 йылда 70 йортта 180 ир һәм 182 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда 94 йортта 290 ир һәм 252 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[5].

1868 йылда ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендәге мосолман мәктәбендә 30 малай һәм 15 ҡыҙ белем алған[5].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Климат

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Билдәле шәхестәре

  • Ғәбдесәләм Рәмзин — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Ғәйнә улусы башҡорто.

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 364. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  5. 1 2 3 4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар