Фиҙеркә

Фиҙеркә (Өчмөчтө, Өчмичте[2]; рус. Федорки) — Пермь крайының Барҙы районындағы Кесе Әмже йылғаһы буйында урынлашҡан башҡорт ауылы, Фиҙәрке ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Почта индексы — 618152, ОКАТО коды — 57204843001.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 23 км алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Халыҡ һаны

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 371 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 181 ир һәм 190 ҡатын-ҡыҙ[3].

2005 йылда ауылда 502 кеше йәшәгән[4].

2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 529 кеше теркәлгән[5].

Климаты

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Тарихы

Тарихи сығанаҡтар буйынса ауыл 1785 йылдан алып Федорова исемле башҡорт ауылы һымаҡ билдәле[5]. 1834 йылда ауыл Федоровка исеме аҫтында иҫкә алынған[5].

1816 йылда ауылдың 29 йортонда 96 ир һәм 72 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[6]. Ауылда йәшәүселәр милләттәре буйынса башҡорттар булған[6]. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 38 йортонда 164 ир һәм 156 ҡатын-ҡыҙ, ә 1850 йылда 34 йортта 206 ир һәм 260 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән[6].
Шулай уҡ ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1783 йылдан алып ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры һәм 20-се башҡорт полкы яуғиры Ғабдуллин Солтанбәк Аит улы йәшәгән[6].

Ауылда яҡынса 1768 йылдан эшләп килгән мәсет һәм уның эргәһендәге мосолман мәктәбе булған. 1868 йылда был мәктәптә 30 малай һәм 17 ҡыҙ белем алған[6].

1869 йылда ауылда 596 кеше, ә 1926 йылда 1105 кеше йәшәгән[5].

2006 йылдың ғинуарына тиклем ауыл Уймуж ауыл советына кергән[5].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  5. 1 2 3 4 5 Федорки. Энциклопедия "Пермский край". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. Архивировано 14 декабрь 2012 года. 2016 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
  6. 1 2 3 4 5 6 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар