Яңы Башап
Яңы Башап (Яңауыл[2]; рус. Новый Ашап)— Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Яңы Башап ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Почта индексы — 618165, ОКАТО коды — 57204831001.
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Халыҡ һаны
Климаты
Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Тарихы
Тарихи сығанаҡтарҙа ауыл 1811 йылдан алып Яңы Башап исеме аҫтында иҫкә алына башлай[5]. Ауылдың исеме Башап (Ашап) йылғаһы исеменән[5]. Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров фекеренсә Яңы Башап ауылы 1818 йылда Сәрәш һәм Юғары Башап (Башапбаш) ауылдарынан айырылып, күсеп ултырған яңы ауыл (выселок) һымаҡ барлыҡҡа килгән[6]. Яңы ауылға шулай уҡ Конюково (Әрәмауыл) һәм Байауыл (Күзмә) ауылдарынан бер-нисә ғаилә күсеп килә[6].
1834 йылда ауылдың 30 йортонда милләте буйынса башҡорт 93 ир һәм 83 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған[6].
1816 йылда ауылда 86 кеше, 1926 йылда 624 кеше йәшәгән[5].
Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ғәйнә ырыуы вәкилдәре[5].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Новоашапово по VIII ревизии 1834 г.
|
1929 йылда ауылда «Труд» колхозы барлыҡҡа килә, һуңыраҡ колхоз Булганин исемен йөрөтә башлай, 1957 йылдан алып колхозға «Труд» исеме кире ҡайтарыла[5].
1953 йылдан алып Яңы Ашап ауылында Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры Әминов Зариф Хурамша улы (1916 – 1974 йй.) йәшәгән[5].
Ауылдың күренекле кешеләре
- Әминов Зариф Хурамша улы — Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры;
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Новый Ашап. Энциклопедия "Пермский край". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. Архивировано 14 декабрь 2012 года. 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
Һылтанмалар
- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.