1-се Ҡыҙылъяр

1-се Ҡыҙылъяр (Беренсе Әржән) — Пермь крайының Барҙы районындағы тарихи башҡорт ауылы, Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Почта индексы — 618160, ОКАТО коды — 57204825001.

Ауыл район үҙәге Барҙа ауылынан яҡынса 3 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.

Климаты

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 1354 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 631 ир һәм 723 ҡатын[2].

2005 йылда ауылда 1276 кеше йәшәгән[3].

2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 1223 кеше иҫәпләнгән[4].

Тарихы

Яҙма сығанаҡтарҙа ауыл 1730 йылдарҙан алып иҫкә алына башлай[4]. Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ғәйнә ырыуы вәкилдәре[4].
1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 297 ир һәм 287 ҡатын-ҡыҙ затынан аҫаба башҡорт йәшәгән[5]. Ул йылда ауылда Мөстәҡимовтар, Рысаевтар, Зябаловтар, Вәлитовтар, Абдуловтар, Ғәбдрәшитовтар, Ильясовтар, Уразаевтар, Раҡаевтар, Юлдашевтар, Зювановтар, Ярыкаевтар, Әбүбәкировтар, Ғәбдүшевтар, Ранғоловтар, Сәлимовтар, Якуповтар, Смакаевтар ғаиләләре йәшәгән[5].
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

1856 йылда ауылға Ҡыҙылъяр ауылынан 60 ғаилә иҫәпкә алына[5]. 1859 йылда ауылдың 261 йортонда 741 ир һәм 743 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған[5].

Ауылда 1810 йылдан бирле эшләп килгән мәсет һәм уның эргәһендәге мәктәп булған[5].

1869 йылда ауылда 990 кеше, ә 1926 йылда 1519 кеше йәшәгән[4].

1924 йылдың 27 февраленән 1926 йылдың 4 ноябренә тиклем 1-се Ҡыҙылъяр ауылы 43,8 мең халҡы булған Сарапул округының Краснояр районының үҙәге булған (районда йәшәүселәрҙең күпселеге башҡорттар булған)[4]. Аҙаҡтан Барҙа районы барлыҡҡа килеү сәбәпле район үҙәге Барҙа ауылына күскән[4].

1930 йылда ауылда «Ҡызыл ҡырчы» («Красный полевод») колхозы ойошторолған[4]. 1950 йылда колхоз эреләтелгән һәм уға В. И. Ленин исеме бирелгән[4].

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://permstat.gks.ru/storage/mediabank/1.1%20Численность%20населения%20по%20населенным%20пунктам%20(снп%20от%201000).xlsx
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 Бардымский район, Краснояр 1(недоступная ссылка)
  5. 1 2 3 4 5 6 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар