Сөжән
Сөжән — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Брюзли ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618162, ОКАТО коды — 57204816003.
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 14 км көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Халыҡ һаны
Ауылдың тарихы
1816 йылда үткәрелгән ревизия Сөжән ауылы тураһында бер-ниндәйҙә мәғлүмәт теркәмәй[4]. Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фекеренсә был ауыл XIX быуаттың 20-се йылдарында барлыҡҡа килгән[4]. 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 33 йортонда 177 башҡорт теркәлгән[4]. 1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 57 йортонда 285 кеше йәшәғән, шул иҫәптән 137 ир һәм 148 ҡатын-ҡыҙ[4].
Рәсәй архивтарында шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең мөлкәттәре тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауыл халҡы 648 бот ужым һәм 96 бот ярма икмәк сәскән[4]. Ул йылда ауылда йәшәүселәр 50 баш ат, 100 баш һыйыр, 120 баш һарыҡ, 20 баш кәзә аҫраған.
Ауылда йәмиғ мәсете һәм уның эргәһендәге мосолман мәктәбе булған[4].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Сизяново по VIII ревизии 1834 г.
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.