Мостовая

Мостовая (Сүжде, Чүжде[2]; рус. Мостовая) — Пермь крайының Барҙы районындағы тарихи башҡорт ауылы, Барҙы ауыл биләмәһенә керә. Халыҡ телендә ауыл шулай уҡ Сөзде тип атала
Почта индексы — 618150, ОКАТО коды — 57204807002.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 4 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Халыҡ һаны

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 337 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 168 ир һәм 169 ҡатын-ҡыҙ[3].

2005 йылда ауылда 398 кеше йәшәгән[4].

Тарихы

1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 32 йортонда 80 ир һәм 58 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[5]. 1834 йылда 27 йортта 100 ир һәм 89 ҡатын-ҡыҙ, ә 1859 йылда 42 йортта 130 ир һәм 114 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[5].

Ауылда йәмиғ мәсете һәм уның эргәһендә 1840 йылдан бирле эшләп килгән мосолман мәктәбе булған[5]. 1868 йылда мәктәптә 22 малай һәм 12 ҡыҙ белем алған[5].

Ауылда йәшәүсе зауряд-есаул Сакаев Тәһәүей Ниғмән улы (Сакаев Тахавый Нигманович) 20-се башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша[5].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 365. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  4. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  5. 1 2 3 4 5 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар