Зөбәйер
Зөбәйер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Түке ауыл биләмәһе составына керә.
География
Тарих
Зөбәйер — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVIII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.
1813 йылдан ауылда мәсет булыуы билдәле[1]. 1905 йылда 2 мәсет, мәктәп, ел тирмәне, 2 тимерлек, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1931 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Билдәле шәхестәре
- Зөбәйеров Шәңгәрәй Аҡай улы — 3-сө башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йыл» хәтер миҙалы кавалеры.
- Зөбәйеров Хөсәйен Апас улы — поход старшинаһы һәм зауряд-йөҙбаш, 1805—1807 йылдарҙа Пруссия кампанияһында һәм 3-сө башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йыл» хәтер миҙалы кавалеры.