Ҡолон (ауыл)
Ҡолын[2] (Ҡолон[3]; татар. Колын, рус. Кулуново) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1701 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Мышыға түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә[5].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[4].
1905 йылда ауылда тимерлек, хужалыҡ магазины, бакалея кибете, мәсет (1837 йылдан билдәле), мәктәп теркәлгән[5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, ә 1922 йылда Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[4].
Халҡы
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 380. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Ҡолон (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 365—367. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.