Аҡкүҙ (Аҡтаныш районы)
Аҡкүҙ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡкүҙ ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Тарих
Аҡкүҙ — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1745 йылдан билдәле, башта Юғары Ахун атамаһын йөрөткән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1821 йылдан ауылда мәсет булыуы билдәле, 1854 йылда уның ҡарамағында мәктәп асыла[1]. 1848 йылда тирмән, 1905 йылда хужалыҡ магазины эшләгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Коллективизация осоронда ауылда «Гранит» колхозы ойошторола, хәҙерге ваҡытта бында «Ярыш» колхозының үҙәк усадьбаһы урынлашҡан[1].
Халыҡ һаны
1795 йылда ир енесле 50 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуы), 5 типтәр; 1816 йылда — 97 аҫаба башҡорт (бүләр ырыуы), 78 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуы), 15 типтәр; 1834 йылда — 327 башҡорт; 1848 йылда — 343 башҡорт («башкира по этносу»); 1912 йылда — 534 аҫаба башҡорт (бүләр ырыуы), 405 йәнәй башҡорто һәм типтәр йәшәй[2].
| 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1922 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 522 | 592 | 733 | 906 | 918 | 939 | 890 | 792 | 695 | 511 | 487 | 596 | 493 | 354 | 303 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Билдәле шәхестәре
- Мөнирова Римма Мирас ҡыҙы (1948—1998) — уҡытыусы, совет органдары хеҙмәткәре, Үрге Өпәле ҡалаһының почётлы гражданы.