Яңы Ҡәҙермәт
Яңы Ҡәҙермәт[3] (татар. Яңа Кадермәт, рус. Новый Кадырмет) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары — Иҫке Ҡәҙермәт ауылы кешеләре XIX быуатта нигеҙ һала. Ауыл Йәнәй улусының Буғаҙы түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[4].
Халҡы
| 1859 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 43 | 50 | 48 | 58 | 82 | 84 | 79 | 113 | 91 | 105 | 115 | 79 | 42 | 34 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Өфө: Китап, 2009.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 382. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 3 Татарская энциклопедия.