Түбәнге Гәрәй
Түбән Гәрәй[3] (Иҫке Гәрәй; татар. Түбән Гәрәй, рус. Верхнее Карачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға гәрә ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Гәрәй улусының Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Таҡталасыҡ улусы, ә артабан Шәрип улусы составына керә[5].
1840 йылда 2 тимерлек, тирмән[5], XX быуат башында мәсет, мәктәп теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[4].
Халҡы
Билдәле шәхестәре
- Әбделғәлим Әбтекәев (1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Өфө: Китап, 2009.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 384. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 314—317. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.