Иҫке Үръяҙы
Иҫке Үръяҙы (Юғары Үръяҙы; татар. Иске Үрьяды, рус. Старые Урьяды) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1706 йылдан билдәле. Ауыл Йәнәй улусының Туғыҙ түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[4].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].
XX быуат башында ауылда мәсет (1844 йылдан билдәле), мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].