Иҫке Сәфәр

Иҫке Сәфәр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Иҫке Сәфәр ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География

Ауыл Бүтәҙә һәм Терпеле йылғалары буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1757 йылда телгә алына[4]. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, ә һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә состаында була. Башҡортостанда кантон идаралығы осоронда, 11-се башҡорт кантоны 1-се йортона ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[5].

1848 йылда — тирмән һәм мәсет; 1870 йылда — 6 тирмән (шул иҫәптән 4 ел тирмәне), мәсет һәм мәктәп; 1905 йылда — 2 хужалыҡ магазины, 2 бакалея кибете, 2 мәсет һәм мәҙрәсә теркәлгән. Ауылда 1837 йылда 3 башҡорт мәктәбе (шулай уҡ мәсет йәки мәҙрәсә ҡарамағында 20 шәкерте менән 2 мәктәп), 1866 йылда 50 уҡыусы менән 1 мәктәп һәм 1867 йылда 80 шәкерте менән мәҙрәсә булған[5].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].

Халыҡ һаны

1795 йылда ауылда 17 ихатала 166 аҫаба башҡорт һәм 4 йортта 34 керҙәш-башҡорт; 1816 йылда — 48 ихатала 292 башҡорт; 1834 йылда — 72 йортта 483 башҡорт; 1848 йылда — 83 ихатала 550 башҡорт; 1859 йылда — 939 башҡорт; 1870 йылда — 1083 башҡорт; 1912 йылда 315 йортта — 1572 аҫаба башҡорт һәм 59 йортта — 297 керҙәш башҡорт йәшәй[5].

1795 1834 1859 1865 1870 1884 1897 1906 1913 1920 1926 1938 1958 1970 1979 1989 2002[3][4]
499 544 939 1083 1083 1422 1772 1852 1869 1911 1558 1549 1119 1361 1243 904 877
  1. Н/Д[6]

Билдәле шәхестәре

  • Алиев Тәҡиулла Абдулханнан улы (1894—1957) — инженер-энергетик, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
  • Ҡорбанғәле Бикташ улы Туҡтаров — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында 5-се башҡорт полкы составында ҡатнаша, ике көмөш миҙал кавалеры. 1836 йылда 9-сы башҡорт полкы составында Мөхәмәҙей Ихсан улы Туҡтаров менән бергә Бессарабия янында Рәсәй империяһы сиктәрен һаҡлай.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Старое Сафарово > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. ↑ Старое Сафарово > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. ↑ 1 2 3 Татарская энциклопедия.
  4. ↑ 1 2 [2%2%2http://fb.bashenc.ru/TABLES/KAMSKO_IKSKIE_2.jpg Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии]/ Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
  5. ↑ 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 389—395. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  6. ↑ Старое Сафарово > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник

Тема буйынса өҫтәмә