Сураҡай (Татарстан)
Ауыл | |
Сураҡай | |
---|---|
татар. Чуракай | |
55°24′33″ с. ш. 53°51′44″ в. д.HGЯO | |
Ил |
![]() |
Федерация субъекты | Татарстан |
Муниципаль район | Аҡтаныш |
Ауыл биләмәһе | Сураҡай |
Тарихы һәм географияһы | |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00 |
Халҡы | |
Халҡы | 452 кеше (2010) |
Милли составы | татарҙар[1] |
Һанлы идентификаторҙар | |
Почта индексы | 423746 |
Код ОКАТО | 922 058 930 01 |
Код ОКТМО | 92 605 493 101 |
|
Сураҡай (Чураҡай) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Сураҡай ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
Ауыл Ҡалмиә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
Сураҡай (Ҡалмиә, Ҡалмиәтамаҡ) — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1711 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә.
XX быуат башында 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, икмәк магазины теркәлгән, шәмбе һайын баҙар уҙғарылан[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
1795 йылда ир енесле 98 башҡорт; 1816 йылда — 82 башҡорт; 1848 йылда — 236 башҡорт; 1859 йылда — 386 башҡорт; 1870 йылда — 423 башҡорт; 1902 йылда — 855 аҫаба башҡорт; 1912 йылда — 1093 аҫаба башҡорт һәм 902 керҙәш башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
386 | 423 | 701 | 713 | 911 | 940 | 1032 | 852 | 602 | 574 | 995[3] | 995<ref name="БМ"/ > | 564 | 502 | 452 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].