Яңы Балтас (Татарстан)
Яңы Балтас — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе составына керә.
География
Тарих
Яңы Балтас — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуаттың 1-се яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (1913 йылдан — Таҡталасыҡ) улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет (1894 йылда төҙөлгән), 2 тирмән, хужалыҡ магазины теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп бар[1].
Билдәле шәхестәре
- Аҡанов Ҡотлояр Йәркәй улы — 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2].