Түбәнге Яхшый
Түбән Яхшый[2] (Оло Имәнтамаҡ, Яхшый; татар. Түбән Яхшый, рус. Нижнее Яхшеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1753 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[4].
XX быуат башында бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].