Күжәкә

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Күжәкә
татар. Күжәкә
55°38′55″ с. ш. 53°34′58″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Татарстан
Муниципаль район Аҡтаныш
Ауыл биләмәһе Күжәкә
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00
Милли составы татарҙар[1]
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 423734 
Код ОКАТО 922 058 270 01 
Код ОКТМО 92 605 427 101
Номер в ГКГН 0142931
Показать/скрыть карты
Күжәкә (Рәсәй)
Точка
Күжәкә
Red pog.svg
Мәскәү
Күжәкә (Татарстан)
Orange pog.svg
Ҡазан
Blue pog.svg
Аҡтаныш
Точка
Күжәкә

Күжәкә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Күжәкә ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл Күжәкә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Күжәкә — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1706 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә.

1870 йылда 2 тирмән (1 — ел тирмәне), 2 мәсет, 2 мәктәп; 1905 йылда — 2 бакалея кибете, хужалыҡ магазины теркәлгән[3].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 359 башҡорт, 30 типтәр; 1859 йылда — 480 башҡорт; 1870 йылда — 904 башҡорт; 1902 йылда — 782 башҡорт йәшәй[3].


Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто бар[1].

  • Заманов Хәсән Заман улы — Советтар Союзы Геройы[2].
  • Әбсәләм Әбдрәшитов — поход старшинаһы, 14 класлы чиновник. Шәхси дворянлыҡ ала[3].
  1. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия. Т. 3. — С. 498.
  2. 1 2 История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 135-136. — 808 с.
  3. 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 359—365. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.