Кәзкәй
Кәзкәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Кәзкәй ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
Тарих
Кәзкәй (Ҡаҙыҡай) — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Ябалаҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.
XX быуат башында 2 хужалыҡ магазины, мәсет (1844 йылдан билдәле), бакалея кибете теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1929 йылда ауылда «Яңы Тормош» колхозы ойошторола, 1955 йылда ул «Изаиль» (1965 йылдан — Ленин исемендәге, хәҙерге ваҡытта — «Аишево») колхозы составына инә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].