Яңы Ҡормаш (Татарстан)

Яңы Ҡормаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Татар Сыуыҡсыуы ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайыштараҡ 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Яңы Ҡормаш — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуатта Иҫке Ҡормаш ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнгән[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсары улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда мәсет (1893—1894 йй. төҙөлгән), мәҙрәсә-мәктәп теркәлгән[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].

Халыҡ һаны

1859 йылда ауылда ир енесле 166 йән аҫаба башҡорт; 1870 йылда — 404 башҡорт; 1906 йылда — 736 башҡорт һәм типтәр йәшәй. Типтәрҙәр сығышы менән байлар ырыуы салағош түбәһе аҫаба башҡорттарынан (хәҙерге Әгәрже районы Вәрзи ауылынан)[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701884189719061913192019261938194919581970197919892002
336404504600736838801692901674573667551439399

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 367—369. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә