Иҫке Боғаҙы (Татарстан)

Иҫке Боғаҙы  — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Иҫке Боғаҙы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

География

Ауыл Бәжәҙә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Иҫке Боғаҙы — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусы Боғаҙы түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.

1848 йылда 2 тирмән, мәсет (1836 йылдан билдәле); 1870 йылда мәсет, мәктәп (1853 йылда асыла), ел тирмәне; 1905 йылда бакалея кибете, хужалыҡ магаины; 1911 йылда 2 мәсет теркәлгән[1][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ир енесле 67 башҡорт; 1816 йылда — 119 башҡорт; 1834 йылда — 200 башҡорт; 1859 йылда — 471 башҡорт; 1870 йылда — 684 башҡорт; 1912 йылда — 1150 аҫаба башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022008
46168463580295711501147904566490438552960698660569

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 307—310. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә