Ҡарт (ауыл)
Ҡарт[2] (татар. Карт, рус. Картово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары 1815 йылда нигеҙ һала — 10 ихата Ҡыр-Ҡайынтүбә ауылынан, 5 ихата Ҡәҙермәт ауылынан, 3 ихата Теләнсе ауылынан килеп төпләнә. Ауыл Йәнәй улусының Ҡамбар түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[4].
1840 йылда ауылда тирмән, икмәк магазины, 1848 йылда — мәсет теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].
Халҡы
Билдәле шәхестәре
- Әбделҡадир Миңлебай улы Ҡамбаров — хәрби эшмәкәр. 6-сы Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.