Иҫке Ҡормаш (Татарстан)
Иҫке Ҡормаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе үҙәге.
Тарих
Иҫке Ҡормаш — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы[3]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улысына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Билдәле шәхестәре
- Басиров Зилфәт Рәүеф улы (1927—2000) — скульптор, Башҡортостандың халыҡ (2000) рәссамы (1977)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 367—370. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Басиров Зилфәт Рәүеф улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2017)