Иҫке Жиәш
| Иҫке Жиәш | |
|---|---|
| Административ-территориаль берәмек | Тлякеевское сельское поселение[d][1] |
| Дәүләт | |
| Уникальный номер ГАР | 1e85413e-9f6f-49d8-8669-25c95f963f1b |
| Почта индексы | 423732 |
| Халыҡ һаны | |
| Код КЛАДР | 1600500004300 |
Иске Жиәш[3] (Иҫке Зиәш[4]; татар. Иске Җияш, рус. Старое Зияшево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].
Тарих
Ауылға гәрә ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1732 йылда телгә алына[4]. Ауыл Гәрәй улусының Әжәҡул түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы, ә артабан Таҡталасыҡ улусы составына керә[6].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[5].
1848 йылда ауылда мәсет (1816 йылдан билдәле), мәктәп, 1905 йылда — 4 тирмән (шул иҫәптән 1 ел тирмәне), икмәк магазины теркәлгән[6].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[5].
Халҡы
1795 йылда ауылда 27 ихатала 223 аҫаба башҡорт һәм 2 ихатала 11 типтәр, 1816 йылда — 283 башҡорт һәм 19 типтәр, 1834 йылда — 425 башҡорт һәм 12 типтәр иҫәпләнгән. 1902 йылда 141 ихатала — 425 йән ир затлы аҫаба башҡорт, 1905 йылда 145 ихатала — 662 кеше, 1912 йылда 156 ихатала — 767 аҫаба башҡорт йәшәй[6].
| 1795 | 1834 | 1859 | 1865 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002[5][4] |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 234 | 425 | 548 | 585 | 652 | 697 | 662 | 767 | 740 | 662 | 560 | 404 | 365 | 368 | 340 | 215 | 189 | 184 |
Билдәле шәхестәре
- Хәйбулла Ильясов (1792—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Өфө: Китап, 2009.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 384. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 3 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Жиәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 321—325. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
