Шәрип (Татарстан)
Шәрип — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Ураҙай ауыл биләмәһе составына керә.
Тарих
Шәрип — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1758 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (Таҡталасыҡ) улусы составына керә.
1870 йылда — 5 ел тирмәне; ХХ быуат башында мәсет (1835 йылдан билдәле), мәктәп, ел тирмәне, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].