Юғары Гәрәй
Юғары Гәрәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһе составына керә.
География
Тарих
Юғары Гәрәй (Яңы Гәрәй) — Гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуат башында нигеҙләнгән[2]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Таҡталасыҡ (аҙаҡ Шәрип) улусы составына керә.
1905 йылда һыу һәм ел тирмәне, икмәк магазины, мәсет (1848 йылдан билдәле) теркәлгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1929 йылда ауылда «Ирек» колхозы ойошторола, ул 1950 йылда Тельман исемендәге колхоз, ә хәҙерге ваҡытта — «Ағиҙел» ауыл хужалығы кооперативтары берекмәһенә составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].