Аҡтанышбаш
Аҡтанышбаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡтанышбаш ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Тарих
Аҡтанышбаш — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1744 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Таҡталасыҡ (Шәрип) улусы составына керә.
1847 йылдан ауылда мәсет булыуы билдәле, 1870 йылда уның ҡарамағында мәктәп теркәлә. 1905 йылда һыу тирмәне, икмәк магазины эшләгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Коллективизация осоронда ауылда «Аҡтанышбаш» колхозы ойошторола (1950 йылдан — «Урал» колхозы, 1958 йылдан — «Үҙәк» колхозы составында)[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].