Ҡайбыҫ районы

Ҡайбыҫ районы (татар. Кайбыч районы, рус. Кайбицкий район) — Татарстандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Оло Ҡайбыҫ ауылы.

Районда 2010 йылға 14 866 кеше йәшәй. Ҡайбыҫ районында 17 ауыл советы ҡараған 60 ауыл урынлашҡан. 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса райондың милли составы: татарҙар — 67,7 %, урыҫтар — 26,2 %,сыуаштар — 5,3 %, башҡалар — 0,8 %.

Ҡайбыҫ районы ауыл хуҗалығы (аграр) районы булып тора. Ауыл хуҗалығында төп тармаҡтар: һөт, ит, бал йетештереү, игенселек, урмансылыҡ.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар