Ғәлиев мәсете

Sight symbol black.svg архитектура ҡомартҡыһы (төбәк)

Ғәлиев мәсете (Бишенсе йәмиғ, Муса бай, Бесән баҙары, рус. Галеевская мечеть, татар. Ğaliev məçete, Гали́ев мәчете́) — Ҡазанда урынлашҡан, ҡыйығының уртаһына һигеҙ ҡырлы манара ҡуйылған ике заллы, ике ҡатлы йома мәсете. Дини архитектура ҡомартҡыһы.

Бесән баҙарынан йыраҡ түгел 17981801 йылдарҙа Муса Мәмәшев аҡсаһына иртә классицизм стилендә XVIII быуат аҙағында төҙөлә.

Тарихы

undefined

Мәсет 1798—1801 йылдарҙа Ҡазан сауҙагәре Муса Мәмәшев аҡсаһына төҙөлә. Уға танылған реформатор Ғәлимйән Баруди исеме бирелә. Ул сауҙәгәр Ғәлиевтар нәҫеленән, имам була, мәсет территорияһында мәҙрәсәгә нигеҙ һала.

Революцияға тиклем мәсеткә татар йәмәғәтселеге, төрлө ваҡытта Ғабдулла Туҡай, Ҡәйүм Насыри, Ғәлиәскәр Камал, Шиһабетдин Мәржәни, Нәҡи Иҫәнбәт ғибәҙәт ҡылырға йөрөй. Һуңғы мулланың ярҙамсыһы Мөхәмәтйән Ғәлиев «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһенә нигеҙ һала, уҡыу үҙәгендә беренсе тапҡыр донъяуи фәндәр — математика, география, рус теле һәм башҡа фәндәр өйрәтелә[1]

Уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында, атап әйткәндә 1931 йылдың 25 октябрендә Үҙәк Башҡарма комитеты мәсетте ябыу тураһында ҡарар ҡабул иткәс, Ғәлиев мәсете ябыла, манараһы алына.

1981 йылдың ғинуарынан Татарстан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Министрҙар Советының 601 һанлы указына ярашлы, бина архитектура ҡомартҡыһы тип таныла[2]. 1882 йылда бина икенсе гильдия сауҙагәре И. С. Уразаев аҡсаһына көньяҡ яғына төкәтмә төкәтеп, киңәйтелә (архитекторы — П. И. Романов). 1897 йылда сауҙагәрҙәр М. И. Ғәлиев менән И. Иманғолов мәсетте төньяҡтан да, көньяҡтан да киңәйтә

1992 елга кадәр бинада кунакханә, колхозчы йорты һәм төрле коммуналь хезмәтләр урнаша.

1997 йылда ул диндарҙарға кире ҡайтарыла. 1998 йылдан бинала Рәсәй ислам университеты, «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһенең ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ятағы эшләй.

2014 йылда Татарстан Президенты указы нигеҙендә мәсеттә төҙөкләндереү эштәре башлана. Уның тарихи архитектураһы һаҡланып ҡала: бина диуарҙары һәм түбәләре нығытыла[3].

2015 йылдың 22 декабрендә мәсет реставрациянан һуң асыла. Сарала Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов, Татарстан мөфтөйө Камил хәҙрәт Сәмиғуллин, Татарстан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты рәйесе урынбаҫарҙары, Ҡазан һәм республика райондары имамдары ҡатнаша[4].

2020 йылдарҙа М. И. Ғәлиев йортон һәм башҡа биналарҙы берләштергән Ғәлиев мәсете комплексы Татарстан Республикаһы мосолмандары диниә назаратының «штаб-фатиры» булып тора[5].

Архитектураһы

Ғәлиев мәсете бинаһы XIX быуаттың традицион татар архитектураһы ҡомартҡыһы. Ул классицизм стилендә эшләнгән, таштан төҙөлгән[6]. Ике ҡатлы һәм ике ғибәҙәт залы бар[7]. Бина осло, бераҙ ауыш ҡырлы дүртмөйөш формаһында төҙөлгән. Геометриялылыҡ уның башҡа өлөштәрендә лә күҙәтелә: ике тәҙрәһе тура мөйөшлө, дүрт тәҙрәһе оҙонса түңәрәк формаһында, улар араһында яҫы бағаналар урынлашҡан. Мәсет түбәһенең ике яғында ике ауышлығы бар[8].

Мәсеттең ғибәҙәт залы манараға терәк булып торган нигеҙ диуар ике өлөшкә бүлә. Манара мәсеттең үҙәгенән сыға, ул өс ҡатлы, һигеҙ ҡырлы.

Бинаның тирә-яғы кәртәләнеп алынған.

Имамдар

1882—1917 йылдарҙа мәсеттең имам-хатибы булып күренекле дин белгесе, педагог-реформатор, йәмәғәт һәм дин эшмәкәре, Ырымбур мосолмандары диниә назараты мөфтөйө Ғәлимйән Ғөхәмәтйән улы Ғәлиев (Баруди) эшләй[6].

1909 йылдың 15 мартында 1256 һанлы указ нигеҙендә Ғәлиев мәсете муллаһы вазифаһына уның энеһе Ғабдрахман Ғәлиев тәғәйенләнә[9].

1920 йылдың 20 ноябрендә мәсеттең имам-хатибы итеп, Ғәлимйән Баруди тәҡдиме буйынса, танылған йәмәғәт эшмәкәре һәм мөғәллим Шәһретдин Шәрәфетдинов һайлана[9].

XIX быуаттың беренсе яртыһында мәхәлләнең мәзиндәре Фәхретдин Ғәбделсаттаров менән Мөхәмәтғәлим Хөсәйенов була[9].

1875 йылдың 25 ғинуарындағы 677 һанлы указ нигеҙендә был вазифаға Мөхәмәтбадиҡ Мөхәмәтғәлим улы Хөсәйенов тәғәйенләнә, ул был вазифала 58 йыл эшләй[9].

2022 йылдың 12 июленән имам-хатиб вазифаһын Миңгәрәйев Рамил Миңлекамил улы башҡара[10].

Иҫкәрмәләр

  1. Cалават Юсупов. Прогулка по Татарским слободам. Что нужно знать о 12 исторических мечетях в центре Казани. Интернет журнал о жизни в городах Республики Татарстан "Инде". inde.io. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2025)
  2. Галиев мәчете. «Сөембикә» журналы. syuyumbike.ru (5 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2025)
  3. Рустам Минниханов открыл реконструированную Галеевскую мечеть в центре Казани. «Бизнес Online» — общественно-политическая интернет-газета. www.business-gazeta.ru (22 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2025)
  4. Рустам Минниханов: «Возрождение Галеевской мечети – важное событие для всего Татарстана». Духовное Управление Мусульман Республики Татарстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2015. Архивировано 4 июнь 2020 года.
  5. Радик Салихов, Рамиль Хайрутдинов. Галеевская мечеть Казани: студенты-подпольщики, расстрелянные муллы и резиденция муфтия. realnoevremya.ru (7 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2025)
  6. 1 2 Галеевская мечеть – «Пятая соборная». igelek.tatar. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2025)
  7. https://vk.com/wall-192131139_810. МБУ «Историческая среда». vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2025)
  8. Галеевская мечеть. CulDe. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025.
  9. 1 2 3 4 Галеевская мечеть Казани: студенты-подпольщики, расстрелянные муллы и резиденция муфтия. realnoevremya.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2025)
  10. Хак дин. Дини вәгазьләр. Аудио, видео язмалар. vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2025)

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә