Нурулла мәсете

Sight symbol black.svg архитектура ҡомартҡыһы (федераль)

Нурулла мәсете («Бесән» һәм «Етенсе йәмиғ мәсете»), Ҡазан, Рәсәй — Ҡазанда Иҫке Татар биҫтәһе үҙәгендә Бесән баҙарында төҙөлгән дини культ ҡомартҡыһы.

Мәсет 845–1849 йылдарҙа, беренсе гильдия сауҙагәре Ғөбәйҙулла Юнысов (1776—1849) улдарына васыят иткән аҡсаға архитектор Александр Карлович Ломан проекты буйынса, коммерция советниктары бер туған Ибраһим (1806–1886) һәм Исхаҡ (1810–1884) Юнысовтарҙың ярҙамы менән төҙөлгән.

Проект авторы — А. К. Ломан.

Архитектура

Мәсет ике ҡатлы, көньяҡ ишектә көмбәҙле залы һәм өс ҡатлы цилиндр формаһындағы манараһы бар. Мәсеттең биҙәлеше Урта быуат Волга буйы Болғары һәм Яҡын Көнсығыш биҙәлеше менән оҡшаш[1].

Тарихы

1890 йылдан 1908 йылға тиклем имам-хатип вазифаларын күренекле ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, «Азат» гәзитен сығарыусы Ғабдулла Әбделкәрим улы Апанаев (рус.)баш. башҡарҙы.

1929 йылдың 16 ноябрендә Татар Автономиялы Республикаһы Үҙәк Башҡарма Комитеты указына ярашлы мәсет ябыла, манараһы һүтелә. 1992 йылға тиклем мәсет торлаҡ һәм офистар өсөн файҙаланыла. Татар АССР-ы Министрҙар Советының 1981 йылдың 23 ғинуарындағы 601-се ҡарары менән архитектура ҡомартҡыһы тип таныла.

1992 йылда мәсет «Нурулла» тип үҙгәртелә һәм иманлыларға кире ҡайта. 1990—1995 йылдарҙа Р.В. Билалов тарафынан мәсет тә, манараһы ла тергеҙелә[2][1].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Мечеть Нурулла: 175-летний путь веры и стойкости (Фото). IslanToday. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.
  2. Мечеть Нурулла или Седьмая Соборная – культовое сооружение и центр духовной жизни города. Семейный чемодан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә