Зәңгәр мәсет (Ҡазан)

Зәңгәр мәсет (Дүртенсе йәмиғ, рус. Голубая мечеть (Казань); татар. Зәңгәр мәчет) — Ҡазан ҡалаһының Иҫке Татар биҫтәһендә урынлашҡан мәсет, татар дини архитектураһы ҡомартҡыһы. Исемен бинаның стеналарының зәңгәр төҫөнән алған. 1815—1819 йылдарҙа классицизм стилендә Ҡазан сауҙагәре Әхмәт Айытов-Заманов аҡсаһына төҙөлгән. Архитекторы билдәһеҙ. Ике ҡатлы, ике заллы йома мәсете, ҡыйығында өс ярусты манара урынлашҡан. Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1].

Тарихы

Мәсет мәхәлләһенең барлыҡҡа килеүе XVIII быуаттың һуңғы сирегенә (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1778 йылға) ҡарай. Был урында ҡалалағы дүртенсе ағас мәсет төҙөлгән була. Иҫке Татар биҫтәһенең был өлөшөндә ярлы мосолман халҡы йәшәгән, шуға күрә мәхәллә рәсми булмаған рәүештә «ҡолдар мәхәлләһе» тип аталған[2][3].

1815—1819 йылдарҙа иҫке ағас мәсет Суыксу ауылына күсерелә, ә уның урынында сауҙагәр Әхмәт Исхаҡ улы Айытов-Заманов аҡсаһына кирбес бина төҙөлә башлай. Фасадтарының үҙенсәлекле буяуы арҡаһында мәсет «Зәңгәр мәсет» тип атала башлай[4]. Вероятно, уже при жизни строителя из-за характерной окраски фасадов за храмом закрепилось название Голубая мечеть[2].

1864 йылда беренсе гильдия сауҙагәре Г. Б. Мөстәҡимов үҙ ерен бүләк итеп, мәсетте көньяҡҡа табан киңәйтә һәм архитектор П. И. Романов проекты буйынса тирә-яғына кәртә ҡорҙора. 1907 йылда сауҙагәр Г. А. Ишморатов михраб өлөшөн ҙурайта, келәтте киңәйтә. Көньяҡ фасадҡа ике ҡатлы өҫтәмә төҙөлә, һәм бина Т-һыман форма ала[1]. В 1907 году купец Г. А. Ишмуратов увеличил михрабную часть здания, а также расширил кладовую мечети. К южному фасаду был сделан двухэтажный пристрой, и здание приобрело Т-образную форму[4][1].

1932 йылдың 10 мартында ТатЦИК секретариаты ҡарары менән Дүртенсе мәхәллә мәсете ябыла. 1930-сы йылдарҙа манара һүтелә. Совет осоронда бина торлаҡ итеп файҙаланыла. 1993 йылдан мәсет ҡабаттан дини маҡсатта ҡулланыла башлай. Манара 2009 йылда тергеҙелә[5].

2023 йылда мәсеттә ҡыйыҡты ремонтлау эштәре башҡарыла[6][7]. 2025 йылдың авгусында Татарстан Республикаһы Мосолмандарының Диниә назараты бинаны киң масштаблы реставрация башлау өсөн 50 йылға «Халидия» мәҙрәсәһе ҡарамағына тапшырыу тураһында хәбәр итә[8][9].

2026 йылға торошло Зәңгәр мәсет ғәмәлдә эшләүсе мәсет булып тора: бында барлыҡ дини йолалар үтәлә, ислам нигеҙҙәре буйынса курстар ойошторола, мәҙрәсә эшләй[10].

Архитектура

Башта мәсет ике ҡатлы, ике заллы, ҡыйыҡ уртаһында манаралы бина булған. Архитектура стиле — ҡаты классицизм. Оҙон фасадтарында өс тәҙрәле дүрт пилястрлы портиктар урынлашҡан, улар өсмөйөшлө фронтондар менән тамамланған (хәҙер һаҡланмаған). Беренсе ҡатта зал аҫтында келәт урынлашҡан, ул тәре һымаҡ көмбәҙ менән ябылған[1].

1864 һәм 1907 йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә бинаның күләме ҙурайтыла. XX быуат башындағы өҫтәмә төп өлөш менән бер бейеклектә һәм бер үк архитектура биҙәлешендә була. Өҫкә табан нескәргән өс ярусты һигеҙ ҡырлы манара залдар араһындағы ҡалын арҡыры стенаға терәлгән. Шул стенаның эсендә манараға илтеүсе баҫҡыс урынлашҡан. Манара һигеҙ ҡырлы сатыр менән тамамланған.

Мәсеткә инеү төньяҡ яҡтан. Беренсе ҡаттағы бүлмәләр хужалыҡ-маҡсатлы булған, бәләкәй тура мөйөшлө тәҙрәләр менән яҡтыртылған. Вестибюлдың уң яғындағы баҫҡыс аша икенсе ҡатҡа — бер-бер артлы тоташҡан залдарға күтәрелергә мөмкин[1].

Мәхәллә тарихы

undefined

Дүртенсе йәмиғ (Зәңгәр) мәсете имамдарының тарихы Рахманҡоловтар һәм Хәлитовтар династиялары менән тығыҙ бәйләнгән. Тәүге вәғәзселәрҙең береһе — Ҡарғалы мәҙрәсәһен тамамлаған Әбденнасир Рахманҡолов. Ул 1825 йылда Ҡазанға килеп, имам-хатиб һәм мөҙәрис вазифаларын башҡара башлай. Ул тәүге булып мәсет янында мәҙрәсә ойоштора, һуңынан ул «Халидия» исеме менән билдәле була. Арсаев сауҙагәрҙәре уға айырым бина төҙөй[2]..

1835 йылда Әбденнасир вафат булғандан һуң имам булып уның ҡустыһы Хәбибулла Рахманҡолов тора. 1850 йылда уны Бохара мәҙрәсәһен тамамлаған Хаммад Халитов алмаштыра. 1864 йылда Халитов вафат булғас, имам вазифаһын Ғиясетдин Хәбибулла улы Рахманҡолов биләй. 1870 йылда уның үлеменән һуң имам итеп Мөхәммәтзакир Хаммад улы Халитов тәғәйенләнә. 1894 йылда уның улы Ибраһим Халитов имам була. Икеһе лә «бохара» мәктәбе тарафдарҙары булған.

Мәхәллә күп һанлы булған: 1916 йылда унда 792 ир-ат һәм 814 ҡатын-ҡыҙ, 82 йорт хужаһы йәшәгән. XIX быуаттың икенсе яртыһында — XX быуат башында элекке ярлы мәхәлләлә ҙур эшҡыуарҙар һәм меценаттар барлыҡҡа килә. Шулар араһында беренсе гильдия сауҙагәрҙәре Мустакимовтар ғаиләһе айырыуса билдәләнә. Уларҙың нәҫел башлығы Ғәбделмәннан Биккене улы оҙаҡ йылдар мәсеттең попечителе була. XIX быуат аҙағында Айтуғановтар яңы мәҙрәсә бинаһын бүләк итеп, мәхәллә тураһында хәстәрлек күрә, әммә тиҙҙән бөлгөнлөккә төшә. Һуңынан мәхәлләгә ярҙам сауҙагәр һәм сәнәғәтсе Абдрахман Әхмәт улы Ишмуратовҡа күсә[2].

Имамдар

  • Әбденнасир Рахманҡолов (1819—1835);
  • Хәбибулла Рахманҡолов (1835—1850);
  • Хаммад Хәлитов (1850—1864);
  • Ғиясетдин Хәбибулла улы Рахманҡолов (1864—1870);
  • Мөхәммәтзакир Хаммад улы Хәлитов (1870—1894);
  • Ибраһим Халитов (1894—1932);
  • Мансур хәҙрәт Йәләлетдин (1994—1995);
  • Булат Мөбәрәков (2021 йылға тиклем);
  • Камил хәҙрәт Сәмиғуллин (2021—2022);
  • Нурислам хәҙрәт Вәлиулла (2022 йылдан);
  • Рушан Камил улы Сәдретдинов (2025 йылдан).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Здание голубой мечети. Центр культурного наследия Татарстана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
  2. 1 2 3 4 Казанская мечеть цвета неба в «общине рабов». Реальное время (4 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026. Архивировано 5 апрель 2023 года.
  3. Голубая мечеть. Официальный портал Казани. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
  4. 1 2 Голубая мечеть (Зәңгәр мәчет). Tatarica. Татарская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
  5. Голубая мечеть. Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
  6. За прошедшие 5 лет на 10 мусульманских объектах проведена реставрация. Комитет Республики Татарстан по охране объектов культурного наследия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
  7. В Татарстане за 5 лет на реставрацию 10 мечетей и медресе потратили 2,2 млрд рублей. Коммерсантъ (25 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
  8. В Казани началась реставрация исторического медресе «Халидия». Исламский портал (8 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
  9. Старинную медресе отреставрируют в Казани. Аргументы и факты — Казань (2 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
  10. Медресе при мечети «Зангар» в г. Казань. Официальный сайт мечети Зангар. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.

Әҙәбиәт

  • Салихов Р. Р., Хайрутдинов Р. Р. Исторические мечети Казани. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2005. — 191 с.
  • Халитов Н. Х. Архитектура мечетей Казани. — Казань, 1982.

Тема буйынса өҫтәмә