Сөйөмбикә манараһы
Сөйөмбикә манараһы (татар. Сөембикә манарасы, Sөyembikə manarası) — Ҡазан кремлендәге күҙәтеү башняһы. Сөйөмбикә манараһы «ауыш башнялар» (мәҫәлән, Пиза башняһы кеүек) иҫәбенә керә. Бөгөнгө көндә үҙәк шпильдән ауышлығы төньяҡ-көнсығышҡа 1,98 м.
Тарихы
Төҙөлөш
Башняның төҙөлөү ваҡыты бәхәсле: ҡайһы бер ғалимдар XVII—XVIII быуатта төҙөлгән тип иҫәпләй[1]., XVI быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән тип иҫәпләүселәр бар[2], ҡайһылары 1552 йылда Ҡазан ханлығы дәүере менән бәйләй[3].
Төҙөлөш менән бәйле докементтар һаҡланмаған.