Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Ҡазан, Пушкин урамы)

Ғабдулла Туҡай һәйкәлеҠазандың Вәхитов районының Пушкин урамындағы әҙип исемен йөрөткән скверҙа шағир, татар әҙәбиәте классигы, тәнҡитсе, публицист һәм йәмәғәтсе Ғабдулла Туҡайға ҡуйылған һәйкәл.

Тасуирламаһы

Һәйкәл ҡулына асылған китап тотҡан шағирҙың ҡара лабрадориттан ҡоролған бейек постаментҡа ҡуйылған бронза фигураһынан ғибәрәт. Постамент квадрат нигеҙҙә урынлашҡан, аҫта дүртҡырҙан тора, ул яйлап һигеҙ ҡырлығы әйләнә. Постаменттың аҫҡы өлөшө татар халыҡ орнаменты менән уратып алынған. Алғы өлөшөндә кириллица һәм ғәрәп хәрефтәре менән «Ғабдулла Туҡай. 1886—1913» тип яҙылған.

Һәйкәлдең авторҙары - Ахунов Саҙрый Сәләх улы, Лев Ефимович Кербель һәм Лев Моисеевич Писаревский.

Һәйкәл 1958 йылда асыла.

РСФСР Министрҙар Советының 1960 йылдың 30 авгусындағы 1327-се Ҡарарына ярашлы һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты итеп билдәләнгән.

Һылтанмалар