Матбуғат йорто (Ҡазан)
архитектура ҡомартҡыһы (төбәк)
Матбуғат йорто (рус. Дом печати; татар. Матбугат йорты) — 1930 йылда Ҡазанда конструктивизм стилендә төҙөлгән бина. Ҡала үҙәгенең иҫтәлекле урыны, төбөк (республика) әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[1]. Әлеге ваҡытта тергеҙелгән бинаһында «Нуғай» ҡунаҡханаһы урынлашҡан[2].
Тасуирламаһы
Матбуғат йорто һуғыш алды йылдарының совет архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Архитектура йәһәтенән уның образы форма һәм дәүмәлдең рациональ тура килеүе, тәҙрәләрҙең бер һыҙат булып урынлашыуы, сығынҡы һәм эскә кереп торған өлөштәре күләм-пластик композиция тыуҙыра.
Бина асимметриялы, ҡатмарлы, Бауман, Ҡәүей Нәжми һәм Профсоюз урамдарында урынлашып, ябыҡ ихата барлыҡҡа килтергән төрлө бейеклектәге өлөштәрҙән торған ҡоролма. Дөйөм төҙөлөш майҙаны 140×80 метр тәшкил итә[3].
Бауман урамындағы төп фасады 3 өлөшкә бүленгән, дәүмәле буйынса төрлө ҙурлыҡтағы 4 ҡатты тәшкил итә. Үҙәк өлөшө эскәрәк инеп тора, икенсе ҡатта галерея, уның аҫтында — үткәүел[4].
Беренсе ҡаттың ҡабырғаһында ҙур түңәрәк колонналы асыҡ галереялар бар. Уның эргәһендә көҙгөлө витриналы сауҙа залдары урынлашҡан[3]. Төп фасадтың композиция үҙәге булып бинаның ярым түңәрәк формалы алға табан сығарылған вертикаль өлөшө тора.
Бинаның таяу конструкциялары монолит тимер-бетондан эшләнгән, диуарҙары — кирбес, ҡара-һоро төҫтәге цементлы ҡом иҙмәһе менән штукатурланған. Стенаны уратҡан тотош тәҙрәләр бинаға еңеллек һәм үҙенсәлелек бирә[4].
Тарих
1930 йылдар башында ТАССР хөкүмәте республиканың төп баҫмалары редакциялары һәм ҡеүәтле заманса нәшриәт урынлашҡан берҙәм комплекс төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
1933—1935 йылдарҙа бина архитектор С. С. Пэн проекты буйынса конструктивизм стилендә төҙөлә[5]. Ҡазан матбуғат йорто комплексы элекке Он баҙары урынына урынлашып, Бауман урамы ансамбленә килешле инеп китә[6].
Бина проектында типографияларҙы планлаштырыуҙың яңы алымдары һәм совет полиграфияһының рационализаторлыҡ тәжрибәһе ҡулланыла[3]. Ул үҙ-ара тоташҡан бер нисә технологик блоктан: Бауман урамы буйлап һуҙылған, магазиндары булған оҙон редакция-нәшриәт корпусынан; Профсоюз урамы буйлап урынлашҡан баҫма-төпләү корпусынан; Халыҡ-ара урамындағы йыйыу һәм цинкография етештереү корпусынан тора. Халыҡ-ара урамдың көньяғы буйлап планлаштырылған ашханаһы, амбулаторияһы һәм яслиһы булған хеҙмәткәрҙәрҙе көнкүреш хеҙмәтләндереү корпусы төҙөлмәй ҡала. Бина интерьерының авторы — А. М. Густов[7][8]
1935 йылдың яҙында республиканың барлыҡ төп баҫмалары һәм Татарстан дәүләт нәшриәтенең барлыҡ бүлектәре Матбуғат йортона күсә. Бында яңы комплекс менән бер рәттән яңы типография (Камил Яҡубов исемендәге дәүләт типографияһы) ҡулланыуға тапшырыла.
1930 йылдарҙа һәм унан һуң бинала китап эше менән бәйле бер нисә ойошма һәм матбуғат ведомствоһы урынлаша, мәҫәлән, ТАССР-ҙың нәшриәт, полиграфия һәм китап сауҙаһы эштәре буйынса дәүләт комитеты (һуңғараҡ — Татарстан Республикаһының Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы), Татарстан китап нәшриәте, республиканың иң эре китап магазины (№ 1 Таткниготорг магазины), Татарстан Яҙыусылар союзы урынлаша[3].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡазанға бик күп фәнни-тикшеренеү учреждениелары, эре нәшриәттәр, типографиялар эвакуациялана. Ул йылдарҙа Матбуғат йортонда төрлө 24 учреждение, шул иҫәптән «Правда» гәзите типографияһы, «Главбумсбыт» тресы, Китап-журнал нәшриәттәре берләшмәһе, медицина әҙәбиәте дәүләт нәшриәте, СССР Фәндәр академияһы нәшриәте һәм башҡалар урынлаша[9].
1974 йыл башында ойошмаларҙың бер өлөшө Декабристар урамы, 2 адресы буйынса яңы төҙөлгән Татарстан гәзит-журнал нәшриәте (хәҙер «Татмедиа» ААЙ филиалы «Идел-Пресс» полиграфия-нәшриәт комплексы филиалы), халыҡ телендә Нәшриәт тип йөрөтөлгән корпусына күсә[7][5].
1981 йылда матбуғат йорто "Урындағы әһәмиәттәге ҡомартҡы булараҡ, Татар АССР-ының тарих һәм мәҙәни ҡомартҡылар исемлеге"нә индерелә[10]. Архитектура һәйкәленең хәл-торошо насар булыуы арҡаһында 1986 йылда 1989—1998 йылдарҙа бинаны яйлап реставрациялауҙы күҙаллаған программа билдәләнә[11], әммә ул тормошҡа ашырылмай.
2000 йылдар башында бинала «Полиграфия-нәшриәт комбинаты» дәүләт-унитар предприятиеһы һәм ҙур китап магазины эшләй[6]. 2007 йылда Матбуғат йортонан Таткнигоиздаттың һуңғы магазины күсеп китә.
2011 йылдың июлендә Матбуғат йортоноң, мәҙәни мираҫ объекты булараҡ, сиктәре раҫлана[12].
2012 йылда бинала реконструкция эштәре башлана. Объектҡа дөйөм инвестициялар күләме 1-1,2 миллиард һум тәшкил итә[13].
2013 йылдың июлендә Ҡазанда үткән Йәйге Универсиадаға Матбуғат йорттоноң Бауман урамына сыҡҡан фасады реставрациялап бөтөрөлә.
2012‑2013 йылдарҙа элекке типографияның производство цехтары урынында 270 урынлыҡ күп кимәлле паркинг төҙөлә[2].
2015 йылда бинаны реставрациялау тулыһынса тамамлана. 2015 йылдың 16 июлендә 167 номерлыҡ «Нуғай» ҡунаҡхана комплексы асыла[1][2]. Эш барышында тарихи интерьерҙар, шул иҫәптән бинаның бишенсе ҡатында Ғабдулла Туҡай исемендәге яҙыусылар клубы, лепнина, боронғо паркет, беренсе ҡаттағы иҙәндең метлах плиткаһы, шулай уҡ мәрмәр онтағы менән йөҙләнгән ҙур баҫҡыс тергеҙелә[1]. Беренсе ҡатта, 1930 йылдарҙа Матбуғат йортонда йәшәгән йоланы дауам итеп, ҡабаттан китап магазины асыла[2].
Бинаны заманға ярашлы файҙаланыу шулай уҡ офис үҙәген һәм бер нисә ресторанды ла үҙ эсенә ала[2][14].
Яңы тарих
2024 йылда БРИКС саммитына әҙерлек барышында мәҙәни мираҫ объектына өҫтәмә реставрация һәм интерьерҙарҙы ҡулайлаштырыу үткәрелә. Эштәр тамамланғас, отелдә юғары класлы номерҙар, президент номеры, бер нисә ике бүлмәле люкстар, өҫтәмә конференц-зал һәм китапхана барлыҡҡа килә. Ҡунаҡхана рейтингы дүрт йондоҙға тиклем күтәрелә[4][15].
2012 йылда Матбуғат йортон реконструкциялағанда подвалда боҙлоҡ осоронда йәшәгән һөтимәрҙәрҙең тештәре коллекцияһы табыла. Улар Ҡазан университетының Штукенберг исемендәге Геология музейына тапшырыла[13][16][17].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 In Kazan a building of the Printing House after restoration has opened. Министерство культуры Республики Татарстан (16 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Как Валерий Сорокин сделал из Дома печати «Ногай» и «Барабус». БИЗНЕС Online (16 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Остроумов, Халиков, 1982, с. 107
- ↑ 1 2 3 В 2024 году завершено приспособление интерьеров Дома печати на ул. Баумана. Комитет Республики Татарстан по охране объектов культурного наследия (24 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ 1 2 Казанский «Дом печати» отремонтируют к саммиту БРИКС. Реальное время (9 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ 1 2 Дом, историю которого писали на века. Как книгу. Республика Татарстан (архив) (10 август 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ 1 2 Dom Pechati (Press House) (ингл.). Visit Tatarstan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ Саначин С. П. Советская Казань в архитектурной истории города // Проект Россия : журнал. — 2002. — № 24. — С. 73—88.
- ↑ Альбина Абсалямова. Печатная история. Дом печати в годы Великой Отечественной войны. vestnik.icdc.ru (4 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ Постановление Совмина ТАССР от 23 октября 1981 года № 601 «О ходе выполнения в Татарской АССР Закона РСФСР „Об охране и использовании памятников истории и культуры“»
- ↑ Постановление Совмина ТАССР от 5 сентября 1986 года № 457 «О состоянии и мерах по улучшению охраны, реставрации и использования памятников истории и культуры Татарской АССР в свете решений XXVII съезда КПСС» (вместе с «Перспективным планом реставрационных работ на памятниках истории и культуры Татарской АССР на 1986‑1990 гг. и на период до 2000 года»)
- ↑ Постановление Кабинета министров РТ от 14 июля 2011 года № 564 «Об утверждении границ территории объекта культурного наследия регионального (республиканского) значения „Дом печати, 1933‑1935 гг., архитектор С. С. Пэн“, расположенного по адресу: г. Казань, ул. Баумана, д. 19» // Сборник постановлений и распоряжений Кабинета Министров Республики Татарстан и нормативных актов республиканских органов исполнительной власти. — 2011. — № 33. — Ст. 1602
- ↑ 1 2 Президент «Рубина» откопал кости мамонта в центре Казани. БИЗНЕС Online (19 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026. Архивировано из оригинала 20 май 2013 года.
- ↑ Казанский Дом печати открылся после трехлетней реконструкции. РБК (16 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ К саммиту БРИКС в здании Дома печати на Баумана появится президентский номер и библиотека. Татар-информ (11 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ Строители подарили Геологическому музею КФУ останки древних животных. Татар-информ (19 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
- ↑ Привет от шерстистого носорога. Республика Татарстан (20 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2026.
Әҙәбиәт
- Дом печати Татреспублики [По проекту С. Пэна]. — Казань, 1932. — 12 с.
- Гафуров В. З., Мифтахов З. З. Развитие полиграфии и печати в Татарии. — Казань: Изд-во Казанского ун-та, 1977. — 268 с.
- Остроумов В. П. Казань. Очерки по архитектуре и планировке города. — Казань: Издательство КГУ, 1978. — С. 159.
- Остроумов В. П., Халиков А. Х. Дом печати // Казань в памятниках истории и культуры / Под ред. С. С. Айдарова, А. Х. Халикова, М. Х. Хасанова, И. Н. Алеева. — Казань: Татарское книжное издательство, 1982.
- Любовь Агеева. Дом печати на улице Баумана // Казанские истории. — 2013. — 13 августа.
Һылтанмалар
- Казанский дом Печати // Сайт о Казани Рустема Ахунова.